

Кисә Стәрлетамаҡта яраланған яугирҙәр тейәлгән поезд бер аҙға ғына туҡтаны. Был хаҡта белеп ҡалған стәрлетамаҡтар ошо хаҡтағы хәбәрҙе бер-береһенә чаттар аша таратты. Һөҙөмтәлә перронға бер меңдән ашыу кеше килгәйне. Уларҙың һәр береһе төрлө ҡаптарҙа күстәнәс тотҡайны, хатта автомобилдәрҙә аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр килтереүселәр бар ине.
Тиккә генә йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә, тип әйтмәйҙәр: йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен еткергән Стәрлетамаҡ халҡына яҡташтары видео ебәргән. Стәрлетамаҡтан махсус операция биләмәһендәге “Муса” позывнойлы яугир: “Кисәге ғәмәлдәрегеҙ менән республиканы ғына түгел, тотош фронтты йәнләндереп ебәрҙегеҙ. Һуңғы тәүлектә беҙҙең фронтта ғына түгел, тотош йүнәлештәр буйынса шундай ажиотаж күтәрҙегеҙ. Егеттәр нисектер күтәрелеп китте һәм үҙҙәрен яҡташтарының ташламауы, онотмауы тураһында аңланы. Был бик ҡәҙерле. Егеттәрҙе илһамландырҙығыҙ”, - ти “Муса”.
Сығанаҡ, видео: Стәрлетамаҡ ҡалаһы матбуғат хеҙмәте.