Геройҙар дәүере
20 Ноябрь 2025, 13:00

МХО ветерандарына - автомобиль

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды Башҡортостан геройҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

МХО ветерандарына  - автомобильМХО ветерандарына  - автомобиль
МХО ветерандарына - автомобиль

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция ветерандары - Күмертау ҡалаһынан Ринат Ғилметдинов һәм Өфө районынан Рудольф Халиҡовҡа «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондынан BAIC U5 PLUS маркалы ҡул менән идара ителгән автомобилдәр тапшырҙылар.

- Был техника уларға әүҙем һәм мобиль булырға, тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ. Фонд уларҙы реабилитациялауҙың техник саралары, шул иҫәптән федераль исемлеккә инмәгән юғары технологиялы спорт протездары менән тәьмин итә. Торлаҡтарын шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырабыҙ. Ветерандар машинаны техник реабилитация сараһы булараҡ ала. Яугирҙәргә һәм ил һаҡсыларына ярҙам итеү – барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Әйткәндәй, Ринат Ғилметдинов йәшәгән яҡҡа бара торған юлдың уңайһыҙлығы тураһында Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астаховҡа мөрәжәғәт итеү менән, юл төҙөкләндереү хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ветерандың өйөнә илткән юлды ҡырсын менән күтәртеп, тигеҙләп тә сыҡҡан.

Фотолар  Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
МХО ветерандарына  - автомобиль
МХО ветерандарына  - автомобиль
МХО ветерандарына  - автомобиль
МХО ветерандарына - автомобиль
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас