

Рәсәйҙең оборона министры Андрей Белоусов ил төбәктәренең махсус хәрби операцияла ҡанашҡандарға ярҙам сараларын нисек йоғонтоло күрһәтеүен баһалау өсөн һанлы сервистар һәм күп функциялы үҙәктәр аша рейтинг төҙөргә ҡушты.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, яңы рейтинг һанлаштырыуҙы тиҙләтәсәк һәм яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙамдың сифатын яҡшыртасаҡ. Хәҙер төп ташламалар һанлы һәм проактив форматҡа күсерелә – документтар йыйырға һәм ғариза бирергә кәрәкмәй. Мәҫәлән, МХО-ла ҡатнашыу тураһында белешмә алыу өсөн бер нисә секунд етә. Был сервистан өс миллиондан ашыу кеше файҙаланды ла инде.
Миноборона мәғлүмәттәренә ярашлы, система тотороҡло эшләй: май айынан алып 600 меңдән ашыу белешмә бирелгән. Күп функциялы үҙәктәрҙә “комплекслы ихтыяж” механизмы ла индерелә. Ул төбәк һәм федераль ярҙам сараларының тотош тупланмаһын бер юлы сығарып бирә ала.
Башҡортостанда бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу төбәк ярҙамы күрһәтелә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылышлы – белем биреү, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, ташламалар алыу, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү. Яугирҙәргә уңайлы булһын өсөн бөтә ташламалар Дәүләт хеҙмәте порталында тупланған.
“Муниципалитеттар, республиканың власть органдары етәкселәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә мөмкин тиклем яуаплыраҡ ҡарауын, быны исем өсөн генә эшләмәүҙәрен һорайым. Бөгөн МХО, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам менән бәйле бурыстарҙан да мөһимерәге юҡ”, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: РФ Оборона министрлығы сайты.