Геройҙар дәүере
23 Ноября 2025, 10:00

“Макар” ирекмәндәр менән осрашты

 Яҡтштар Стәрлетамаҡ егетен иң изге теләктәр һәм бүләктәр менән ҡаршы алды.

“Макар” ирекмәндәр менән осрашты“Макар” ирекмәндәр менән осрашты
“Макар” ирекмәндәр менән осрашты

Махсус хәрби операция зонаһынан тыуған ҡалаһын, туғандарын һағынып ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр үҙҙәренә даими ярҙам күрһәткән ирекмәндәр эргәһенә барырға ғәҙәтләнгән. “Макар” позывнойлы яугир ҙә ялға ҡайтыу менән “Бергәләп Рәсәй еңеүенә” тип аталған ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары менән осрашты.

Ирекмәндәр Стәрлетамаҡ егетен иң изге теләктәр һәм бүләктәр менән ҡаршы алды. Йылы мөхиттә үткән осрашыу яҡташтарҙы нығыраҡ берләштереүгә, бер усҡа туплауҙа ярҙам итә. Һалдатҡа талисман уйынсыҡ, “Һин беҙҙең герой” тип аталған һабын, тәмле перәник һәм маскировкалау селтәре тапшырҙылар. Ирекмәндәр ысын күңелдән  яугирҙең тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләп оҙатты. ”Макар” гуманитар ярҙам ойоштороуҙа даими ярҙам ҡулы һуҙған, маскировкалау селтәрҙәре үргән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡолас йәйеп ҡаршылаған ирекмәндәргә тынғыһыҙ хеҙмәттәре, миһырбанлы мөнәсәбәттәре өсөн ихлас  рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

 Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас