Геройҙар дәүере
24 Ноябрь 2025, 08:30

“Гуманитар ярҙам алыу кәйефте күтәрә”

"Гира" күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды.

“Гуманитар ярҙам алыу кәйефте күтәрә”“Гуманитар ярҙам алыу кәйефте күтәрә”
“Гуманитар ярҙам алыу кәйефте күтәрә”

Ҡырмыҫҡалы районынан “Гира” ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияла 2022 йылдың сентябренән, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып, хеҙмәт итә. Тәүҙә Ҡазанда ике ай дауамында әҙерлек үтә, һуңынан егет алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Бөгөн ул - мотоуҡсылар полкының 1-се батальонында взвод командиры урынбаҫары.

- Полкта бер нисә офицерҙарҙан башҡа бар мобилизацияланған егеттәр - Башҡортостандан, ә роталағылар күбеһенсә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан. Егеттәр менән бик дуҫ һәм татыубыҙ. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙамдың даими килеп тороуы ҡыуаныслы. Айырыуса балалар яҙған хаттар күңелде йылыта, кәйефте күтәрә, - ти яугир.

“Гира” яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Донбассты алған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Яҡташыбыҙ күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытла ялда булды.

- Ауылда тыныс, рәхәт. Ҡәҙерле кешеләремдең янымда булыуы, уларҙы көн дә күреүем үҙе бер ҡыуаныс, - ти һалдат. Уның ялы туғандар менән осрашып, ҡунаҡҡа йөрөп, дуҫтар менән осрашып үткән.

Беҙ уға тыуған илебеҙ һағында лайыҡлы хеҙмәт итеүе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм иҫән-имен булыуын теләйбеҙ!

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас