

Рәлиф Әхмәров 1986 йылда ҙур берҙәм ғаиләлә тыуып үҫә. Ике ҡустыһына ағай. Бала сағы Федоровка районында үтә. 9-сы класты тамамлағас, Мәләүез механика-технология техникумына уҡырға инә.
2006 йылда сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ сержанттар мәктәбендә уҡый, элемтәсе эшен үҙләштерә. Контракт төҙөп, хеҙмәттә ҡала. 2007 йылдың ғинуарында Төньяҡ Кавказға, Чечня менән Грузия сигенә ебәрелә. Ябай элемтәсенән алып элемтә начальнигы, разведчик булып китә. Рәлиф Әхмәров командировкаларға йыш йөрөй, “Контртеррористик операция өсөн” миҙалы менән наградлана. Алты йылдан һуң армия хеҙмәтенән китә һәм өйөнә ҡайта.
– Яңы Уренгойҙа объекттар һаҡланым. Буласаҡ ҡатынымды осраттым, өйләндем. Хәҙер ун һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарым үҫә. Аҙаҡ Салауат ҡалаһында холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләнем. 2022 йылда хаҡлы ялға сыҡтым, - тип һөйләй Рәлиф Әхмәров.
Махсус хәрби операция башланғас, ул ситтә ҡала алмауын аңлай һәм 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
– Егеттәргә ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлайым, күңелем шунда барырға саҡыра. Өҫтәүенә бер туған ҡустым шунда контракт буйынса хеҙмәт итә. Яҡындарым һуңғы көнгә тиклем минең алғы һыҙыҡҡа китеремде белмәне, береһенә алдан әйтмәнем, сөнки артҡа сигенергә юл юҡ, бурыс барыһынан да өҫтөн. Минең хәрби тәжрибәмә ышанып, хәрби әҙерлекһеҙ полкка ебәрҙеләр, шунда разведка ротаһына эләктем. Егеттәрҙең күбеһе Башҡортостандан ине, командирҙар ҙа. Бик яҡшы ҡаршыланылар. Бөрйән районынан танышымды осраттым. Мин Төньяҡ Кавказдағы позывнойҙы ҡалдырҙым – “Раф”. Гуманитар ярҙам, республика ебәргән аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ етерлек булды. Барыһы ла етте. Тәүге көндәрҙә үк бөтә тейешле әйберҙәр – форма, экипировка, ҡорал бирелде. Октябрҙә Донецк Халыҡ Республикаһындағы ҡаты һуғыштар барған Селидово районына беренсе заданиены үтәргә төркөм менән ебәрелдек. Штурм отрядтары өсөн хәүефһеҙ юлдарҙы табып билдәләргә тейеш инек. Көсөргәнешле 12 көн эсендә бурысты үтәнек, иң мөһиме – барыбыҙ ҙа иҫән-һау!
Ҡайтыу менән мине башҡа подразделениеға отделение командиры итеп тәғәйенләнеләр. Яңы контрактниктар менән шөғөлләндек, хәрби күнекмәләрҙе нығыттыҡ. Бер нисә аҙнанан йәнә хәрби заданиеға ебәрҙеләр. 26 ноябрҙә беҙҙең отделение ҡеүәтле артиллерия уты аҫтына эләкте, яраланыусылар ҙа, юғалтыуҙар ҙа булды. Иртә менән беҙ, биш яугир, маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн зонаға тәрәнерәк үтергә йүнәлдек. Ярты саҡрым ғына ҡалғанда ҡапыл дошман “ҡарсығалары” баш өҫтөнән оса башланы. Мин ауыр яралар алдым. Ҡеүәтле шартлауҙан һуң иҫкә килһәм, бер үҙем генә иҫән ҡалғанымды аңланым. Урман һыҙатында дүрт тәүлек яттым. Һыу юҡ. Йоҡо тоғонда ятам, дронға ҡаршы одеял ябынғанмын, ярҙам көтәм. Рация аша бергә хеҙмәт иткән иптәшемдең тауышын ишетәм, ул миңә яҡын килеп булмауын аңлата, сөнки артиллерия һөжүме көслө. Бик ҡурҡыныс ине, тәү сиратта туғандарым, балаларым тураһында уйлайым. Ҡуҙғалырлыҡ та рәт юҡ, аяҡ табаны яраланған. Бары ярҙам көтөргә, яҡшыға ышанырға ғына ҡала.
1 декабрҙә томан төштө, ваҡытлыса тынлыҡ урынлашты. Шунан файҙаланып, ауыртыуҙы еңеп, яйлап ҡына шыуышырға булдым. Яҡынса өс-дүрт километр ер үттем. Радио бәйләнеше аша үҙебеҙҙекеләргә ҡайҙа икәнлегемде хәбәр иттем. Улар шунда уҡ ярҙамға ашыҡты. Мине осратып, хәүефһеҙ урынға алып сыҡтылар, тәүге медицина ярҙамын күрһәттеләр. Улар минең ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡалды. Шунда уҡ госпиталгә оҙаттылар. Медицина учреждениеларында оҙаҡ дауаландым, Башҡортостанда реабилитация үттем, яңынан йөрөргә өйрәндем. Хәрби хеҙмәттәштәремде һағынып иҫкә алам, уларҙың ярҙамы, ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә тыуған яғыма ҡайттым. Еңеүҙең беҙҙең яҡта булыуына шикләнмәйем.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы – республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: “Выбор” гәзите сайты.