

Балаҡатай районынан “Физик” позывнойлы яугир “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын алды. Яҡташыбыҙға юғары награда ватанға фиҙакәр хеҙмәте һәм ҡаһарманлығы өсөн тапшырылды, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова.
2023 йылда “Физик” Пенсия фондында етәксе вазифаһын ҡалдыра һәм махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәт итергә китә. Әле ул гаубицалы артиллерия взводы менән командалыҡ итә.
Уның ҡатыны Светлана алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Улы, юридик колледжды тамамлағас, атаһы өлгөһөндә армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙы 11 класта уҡый, тарих менән мауыға һәм шулай уҡ юридик факультетҡа уҡырға инергә ниәтләй.
“Атайҙың һәр ҡайтыуы – ғаилә өсөн ысын байрам. Оҙаҡ һөйләшеүҙәр, тарих һәм тормош тураһында фекер алышыуҙар. Балалар герой атаһы менән ғорурлана”, – тип билдәләне Лилиә Мулланурова.
Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.