

Салауат ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһе Гүзәл Дәүләтшина менән осрашты.
Хәрби часть командиры ҡала хакимиәтенә Салауат егетенең батырлығы һәм уның дәүләт наградаһы – Жуков миҙалына тәҡдим ителеүе тураһында хәбәр иткән.
“Бумер” позывнойлы яугир колонна составында подразделениеларға дизель яғыулығы илтә. Кире ҡайтҡанда артиллерия утына эләгә. Техника зыян күрә һәм сафтан сыға. Өҙлөкһөҙ яуған ут аҫтында егет шәхси составты эвакуациялауҙа ярҙам күрһәтә.
“Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ул дәүләт наградаһы – Жуков миҙалына тәҡдим ителде”, тиелә хатта.
Яугирҙең батырлығын ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин да юғары баһаланы. Ул яугирҙең махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, ҡыйыулығы өсөн әсәгә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
–Һеҙ ысын патриот тәрбиәләгәнһегеҙ, улығыҙға батырлығы өсөн рәхмәт белдерәм! – тине етәксе.
Фото: “Выбор” гәзите сайты.