Геройҙар дәүере
28 Ноябрь 2025, 13:45

“Күтәренке хәрби рухта көрәшәбеҙ”

Яңыраҡ Башҡортостан Журналистар союзы идараһы үҙенең яңы ағзаһы, хәрби журналистикала эшләү тәжрибәһе булған 26 йәшлек Леонид Юлдашевҡа танытма тапшырҙы.

“Күтәренке хәрби рухта көрәшәбеҙ”“Күтәренке хәрби рухта көрәшәбеҙ”
“Күтәренке хәрби рухта көрәшәбеҙ”

Яңыраҡ Башҡортостан Журналистар союзы идараһы үҙенең яңы ағзаһы, хәрби журналистикала эшләү тәжрибәһе булған 26 йәшлек Леонид Юлдашевҡа танытма тапшырҙы.

Башҡортостан Журналистар союзы идара­һы рәйесе, “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов үҙе лә алғы һыҙыҡҡа командировкаға йыш бара, шуға күрә был осрашыуҙа ике фекерҙәш һәм ҡәләмдәштең уртаға һалып һөйләшерлек уртаҡ темалары етерлек булды. Вәдүт Ғәй­фулла улы йәш һалдатҡа тыу­ған яғына имен-аман ҡайтыуын теләне.

Леонид Алексеевич 1999 йылда Әлшәй районының Шафран ауылында тыуған. Бала сағы шунда үтә, ошонда уҡ урта мәктәпте тамамлай. 2016 йылда Өфөлә университетҡа уҡырға ингән саҡта ул Бөйөк Ватан һуғышында хәбәр­һеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте сафына инә. Ил буйлап күп экспе­диция­лар­ҙа ҡатнаша. Матди хәлен нығы­тыу өсөн фотоға төшөрөү эшмә­кәрлеген дә дауам итә. Әйткәндәй, был шөғөл менән ул мәктәп йылдарында уҡ мауыға башлай.

Тырыш егет уҡыуҙа ла һынат­май, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2022 йылда Рәсәйҙең данлыҡлы үткәненә бәй­ле сарала – тарих факультеттарын тамамлағандарҙың Брянски­ҙа уҙған Бөтә Рәсәй сығарылыш квалификация эштәре конкурсында III дә­рәжә лауреат була. Уҡыу менән бер рәттән сәйәсәт менән дә шө­ғөлләнеп, был йүнәлештә лә уңыш­ҡа өлгәшә – 2025 йылда Сибай ҡала советы депутаты итеп һайла­на. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала советы депутаттары ярҙам­сыһы ла була.

Леонид Юлдашев әйтеүенсә, ул “Ҡырым яҙы” ваҡиғаларынан алып илдәге хәлдәрҙе етди күҙәтеп бара. Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, уның ауылдаштары ла Ватан һағына баҫа. Леонид хәленән килгәнсә яҡташтарына гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша, дрондар йыйыуҙы ойоштора.

Журналистика менән ҡыҙыҡһын­ған егет ныҡлап публицистикаға тотонорға уйлай, әммә һөнәри белеме булмай. Шуға ла “ЛДПР” пар­тияһы аша Борис Мәҡсүдов исе­мендәге “Йәш хәрби хәбәрселәр мәктәбе” проектында ҡатнашып, унда хәрби журналистика нигеҙ­ҙәрен өйрәнә. Уҡытыусылары ара­һында хәрби журналистар ҙа була. Был иһә егеттә “ҡыҙыу нөктә”лә эшләп, бөтәһен дә яҡындан күреү теләген тыуҙыра.

– 2023 йылда Башҡортостандың Милли музейында эшләнем. Был тормошомдоң мөһим өлөшө булды. Му­зей­ҙа күргәҙмә эшмәкәрлегенә һәм профессиональ фотографияға бәйле ғәйәт ҙур тәжрибә тупланым. 2024 йылда СССР космонавт-һы­наусыһы У.Н. Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә фотоға төшөрөү менән шөғөллән­дем. Минең материалдар ошо уҡ уҡыу йорто эшмәкәрлеге һөҙөмтә­ләре буйынса күргәҙмәләргә, альбом­дарға һалынды. Шул уҡ осорҙа дрондарҙан төшөрөү менән шөғөлләнә башланым. 2024 йыл­дың июлендә Борис Мәҡсүдов исемендәге “Йәш хәрби хәбәрселәр мәктәбе” проектында уҡыу йомғаҡ­тары буйынса, хәрби журналистар – “Блокнот Донецк”тан Изабелла Либерман һәм “Аргументы и факты”нан Дмитрий Григорьев остаздарыма әйләнде. Улар менән прак­тикаға барып, “ҡыҙыу нөктә”лә хәр­би хәбәрсе булараҡ ике аҙнанан ашыу Запорожье, Луганск, Донецк йүнәлешендәге фронт һыҙығында эшләнек. Курск өлкәһендә ҡатмар­лы ваҡиғалар башланғас, шунда йү­нәлдек. Был тәжрибә һөҙөмтә­һендә 2025 йылдың ғинуарында республиканың Милли музейында “МХО-сылар тураһында” фотокүр­гәҙмәһен ойошторҙом, – тип фекерен уртаҡлашты Леонид Юлдашев.

Егетте махсус хәрби операция биләмәһендә хәбәрсе булып эшләү, унда күргәндәр битараф ҡалдыр­май.

– Хәрби хәбәрсе булған саҡта күргән ваҡиғалар миндә ватандаш­тарыбыҙға күберәк файҙа килтереү теләген тыуҙырҙы һәм ирекмән булырға дәртләндерҙе – 2024 йыл­дың октябренән БАРС “Сармат” ро­ботлаштырылған электрон комплекстар һәм системалар ирекле отрядында хеҙмәт итәм. Киләсәктә бәләкәй генә документаль фильм төшөрөргә уйлайым. Хәҙер, Баш­ҡортостандың Журналистар союзына ингәс, бөтә ижади мөмкинле­гемде тормошҡа ашыра алырмын тигән ышаныстамын, – тине яугир-журналист.

Леонид Юлдашев милләте буйынса башҡорт булып сыҡты. Ул башҡортса аңлай, әммә бала саҡ­тан рус телле мөхиттә үҫеүе сәбәпле, иркен аралаша алмай.

Егет: “Тиҙҙән дошманды еңәсәк­беҙ!” – тип бик ышаныслы итеп әйтте. Шулай уҡ тыныс тормош баш­ланғас, илебеҙгә файҙалы ке­ше булып, артабан да ең һыҙғанып эшләйәсәге тураһында белдерҙе.

– Күтәренке хәрби рухта көрә­шәбеҙ. Төп бурысыбыҙ – юғары технологияларҙы файҙаланып, дош­манды ҡыйратыу, отрядтың тәжрибәһен башҡа хәрби берләш­мәләргә таратыу, – тине яугир.

Үҙен ышаныслы, ҡыйыу тотҡан милләттәшебеҙ менән аралаш­ҡан­дан һуң, “Ошондай Ватан һаҡ­лау­сы­ларыбыҙ булғанда, илебеҙҙе бер ниндәй дошман да еңә алмая­саҡ” тигән фекер тағы ла нығынды.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас