

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында йәшәгән Роза Аҙнабаева милли башҡорт кейемдәрен тегеү менән дан алған. Ҡашмау, селтәр, һаҡал, яулыҡ, алъяпҡыс, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар, камзулдар – уның ҡул эштәренең бер өлөшө генә.
Роза ханым бәхетле ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше менән 33 йыл бергә йәшәйҙәр, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оҫтаның йорто бик йәмле, стеналарҙы кейәүе төшөргән һүрәттәр биҙәгән. Ул рәсем төшөрөргә бик ярата, ә төп эше – Ватанды һаҡлау. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән ул ҡатыны, Роза ханымдың оло ҡыҙы Айгөл менән хәрби хеҙмәттә. Икеһе лә – хәрбиҙәр.
”Кошка” позывнойлы ҡыҙҙары ла махсус хәрби операция зонаһында, ул хәрбиҙәргә аш-һыу әҙерләй. Бер нисә тапҡыр контрактын оҙайтҡан. Яңыраҡ генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған. Әсә Айгөл һәм Асия ҡыҙҙары менән ысын күңелдән ғорурлана һәм уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә, тип хәбәр итә “Аургазинский вестник”.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: “Аургазинский вестник”.
️