

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай.
"Башҡорт" позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Хәйбулла районынан. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.
"Башҡорт" позывнойлы яугир бер йыл инде махсус хәрби операция зонаһында. Ошо ваҡыт эсендә ул иң ҡыҙыу нөктәләр аша үтергә, яраланырға өлгөргән.
Тыныс тормошта "Башҡорт" шахтер булып эшләне, ошо һөнәр уның холоҡ-фиғелен сыныҡтырҙы, сыҙамлылыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа өйрәтте. Өйҙә иһә уны иң ҡәҙерле кешеләре - ҡатыны һәм балалары көтә. Улар - уның өсөн төп терәк һәм тормош мәғәнәһебулып тора.
Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск менән файҙаланып, "Башҡорт" беҙгә һуғылырға ваҡыт тапты. Яңғыҙ түгел, улы менән килгән. Ул, һис шикһеҙ, атаһы менән ғорурлана.
Ул улы өсөн ысын өлгө булып тора, ысынында иһә уға ир, яҡлаусы һәм намыҫлы кеше булыу нимә аңлата икәнен күрһәтә. Бала өсөн генә түгел, бөтәбеҙ өсөн дә. Беҙ барлыҡ яугирҙәребеҙ менән, "Башҡорт" кеүек батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың һәр береһен өйҙәренә, ғаиләһенә тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
"Башҡорт", һиңә уңыштар һәм еңел булмаған юлыңда тик изгелектәр генә теләйем! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт!” - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.