Геройҙар дәүере
3 Декабрь 2025, 09:00

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла изге эштән ситтә ҡалмай

Хәҙер был муниципалитет алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам үҙәктәренә әүерелгән. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла изге эштән ситтә ҡалмайСтәрлетамаҡ ҡалаһы ла изге эштән ситтә ҡалмай
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла изге эштән ситтә ҡалмай

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар йөктө декабрь урталарында оҙатасаҡ. Был изге эштә, ғәҙәттә, эшҡыуарҙар, депутаттар, уҡыусылар, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар ҡатнаша. Мәҫәлән, уҡыусылар эсәр һыу, шәхси гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтерә, йылы эстәлекле хаттар яҙа. Хаҡлы ялдағылар иһә йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән ойоҡбаштарҙы, үҙҙәренең ҡулдары менән әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте алып килә. Ғәҙәттәгесә урындағы депутаттар һәм эшҡыуарҙар ҙа изге эштән ситтә ҡалмаған: төҙөлөш материалдары һәм яугирҙәребеҙгә кәрәк булған башҡа әйберҙәрҙе һатып алып ебәрә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы – ул ҙур сәнәғәт үҙәге. Хәҙер был муниципалитет алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам үҙәктәренә әүерелгән. Урындағы ойошма-предприятиелар, ирекмәндәр һәм барыһы ла изге эштән ситтә ҡалмай.

Сираттағы гуманитар конвойҙы туплауҙа барыһы ла ихлас ҡатнаша. Әле уны 10 декабргә тиклем атҡарырға мөмкин. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ватан” йәмғиәтендә (Шайморатов урамы, 4-се йорт) тапшырырға була.

Сығанаҡ, фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас