

Яҡташыбыҙ, Яңауыл ҡалаһы егете Артур Ғирфанов госпиталдән дауаланып сығыуға, эргәһенә буласаҡ кәләше Альбина килә. Артур һөйгән ҡыҙы менән осрашыуға айырыуса тулҡынланып әҙерләнә: никах балдаҡтары һатып ала. Һәм бына ул бәхетле сәғәт һуға. Артур Альбинаға тәҡдим яһай, ҡыҙ ризалаша!
Тормош ысынбарлығы - хәрби тәртип буйынса, иртәгәһенә кейәү хәрби хеҙмәткә, ә кәләш ҡайтыу яғына юллана. Иң мөһиме – вәғәҙәләр бирелә, сәстәр сәскә бәйләнә.
Артур менән Альбинаны ошо тантаналы ваҡиға менән ихлас ҡотлап, бәхетле булығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы, нигеҙегеҙ ҡаҡшмамаҫ булһын, тип оҙатып ҡала яугиргә һауығырға ярҙам иткән, уны баҡҡан табиптар. Ошо матур мөхәббәт тарихын беҙгә госпиталдә эшләгән табип Резеда Әлибаева бәйән итте һәм йәштәрҙең фотоһын ебәрҙе. Яңы барлыҡҡа килгән ғаиләгә мөхәббәтле ғүмер, ҡабыҙған усаҡтарының мәңге нурланып балҡыуын теләйбеҙ!