

"Лилиә, балаҡайымды юғалттыҡ бит, һуңғы юлға оҙатабыҙ. Килә алһаң, килерһең инде..."
Ҡот осмалы бындай насар хәбәрҙе ишетеүҙән арыһаҡ та, быныһы бигерәк тә аяныслы ине шул. Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан йәшәп тә өлгөрмәгән 23 кенә йәшлек Марсель Ғәбитов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Уны бәләкәй сағынан күреп белә инем. Уңыштары тураһында ишетеп, шуларҙы “Һаҡмар” гәзитенә яҙып, шатлыҡтарын уртаҡлашҡан мөләйем йөҙлө, алсаҡ ҡына бала хәҙер килеп нисек инде юҡ?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Марсель менән хушлашырға бара алманым – алыҫ сәфәргә сыҡҡан инек. Ошо көндәрҙә Әбделкәрим мәктәбендә батыр һалдаттың иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Сағыу йондоҙ кеүек йәшәп, йәшнәп, балҡып һүнгән Марсель Фирғәт улы Ғәбитов тураһындағы иҫтәлектәрҙе уның әсәһе Сәғирә Илһам ҡыҙының хәтирәләре аша тәҡдим итәбеҙ.
"Ғаиләбеҙҙе шатлыҡҡа сорнап килеп ингән балалар ине бит улар – Азалия менән Марсель. Бар йөрәгебеҙҙе биреп уларҙы тәрбиәләп үҫтерҙек. Паспорт алырға ваҡыт еткәс, рөхсәт һорап, икеһе лә беҙҙең фамилияға күсте, иптәшемдең исемен “атаһы” тигән графаға яҙҙырттылар. Ике бала ла бер ваҡытта ла үҙҙәренең тыуҙырған ата-әсәһе тураһында уйламаны. Ғүмер буйы улар “атайым” тип тормош иптәшемде, ә мине “әсәйем” тип яратты. Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине бит ул – Марсель.
Махсус хәрби операцияла ике йыл ҡатнашты. Былтыр Яңы йыл алдынан оҙаҡ ҡына хәбәре булманы. Яңы йылды Өфөлә, Зөлмәрә ҡыҙым һәм Ильяс кейәүемдәрҙә, ейәнем эргәһендә ҡаршылар өсөн барғайныҡ. Азалия ла килде. Яңы йылды ҡаршыланыҡ та өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыйыштырып йөрөй инем, телефоным шылтыраны. Марсель улым икән. Ул: “Әсәй, ғәфү ит. Һиңә сәскә гөлләмәһе ебәрермен тип уйлағайным, бер нисек тә өлгөрә алманым”, - тине. Баҡтиһәң, балаҡайым ул ваҡытта яуҙаштары менән ҡамауҙа булған икән.
Ул һәр ваҡыт миңә “әсәй” тине. Даими рәүештә телеграм аша аралаштыҡ. Һуңғы хәрби заданиеға сығыр алдынан: “Әсәй, сәләм, мин иртәгә заданиеға сығам”, - тине. “Балам, имен-һау ғына бул, үҙеңде ҡарап ҡына йөрө”, - тием. “Әсәй, тырышырмын. Әгәр ошо заданиенан имен сыҡһам, тура ауылға ҡайтырмын. Мин шул тиклем һинең еҫеңде һағындым”, - тине. Был һөйләшеүҙән һуң күп уйландым да аптырауға ҡалдым. Минең еҫем юҡ та инде. Матур, тәмле хушбуйҙар һөртөнәм. Хәҙер килеп аңланым, ул бала бит әсәй еҫен һағынған булған.
Өфөлә улымдың фатиры булды. Йыр-моңға ғашиҡ ине. Шуға фатирында ҡиммәтле, яҡшы музыка аппаратураһы булды. Акустикаһын көйләп, стенанан тауыш сыҡмаҫлыҡ итеп рәтләп алды. Үҙе шиғырҙар яҙҙы, үҙе уларҙы көйгә һалды.
Марсель улым шундай матур бала булды. 9-сы кластан һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡыны. Егеттәр менән эшкә сыҡҡан инде. Бер ваҡыт кемдер төндә тәҙрә шаҡый. Ҡараһам, Марсель балам. Трассала төшөп ҡалып, төндә йүгереп ҡайтҡан. Күбеккә батып килеп инде. Күкрәгенә йылы икмәк тығып алған. “Әсәй, сәй ҡуй. Беренсе эш хаҡымды алдым. Йылы ғына икмәк алып ҡайттым”, - тине. Балаҡайғынам беренсе эш хаҡына күстәнәскә икмәк алған булған. Ул бер ваҡытта ла эсмәне. Рюмка тотҡанын да күргәнем булманы. Минән йәшереп тәмәке тартты. Ләкин атаһы менән бергә тартты.
Балаҡайым бер йыл ныҡ яраланды. Эргәһендә снаряд ярыла. Новосибирск ҡалаһына самолет менән осоралар. Дауаланғас, беҙгә ҡайтты. “Атай, мине көслө генә мәсеткә алып бар, һәләк булған егеттәремә аят бағышлатҡым килә”, - тигәс, атаһы Өфө ҡалаһындағы “Ихлас” мәсетенә алып барҙы.
Кире барырға ваҡыты еткәс, алып ҡалырға теләнек, ләкин ҡырҡа баш тартты. “Мин барырға тейешмен, унда егеттәрем көтә”, - тине. Үпкәһендә ете ярсыҡ ҡалған ине бит. Тәүҙә уны штабҡа ултырттылар. Балаларын, ирҙәрен эҙләп ебәргән запростарға яуап биреп ултырырға тейеш ине. Уға көн дә яраланғандарҙың, вафат булғандарҙың исемлеген биргәндәр. Шуларҙы компьютерға индереп барырға тейеш була. Шуны ныҡ ауыр кисерҙе. “Юҡ, был минең эшем түгел”, - тип баш тартты.
Һуңынан уны хәрби полицейский иттеләр. Тоцк, Өфө ҡалаларына килеп, бер нисә егеткә тейешле документтар тултырып, МХО-ға алып китте. Быны ла оҡшатманы. “Мин алғы һыҙыҡҡа сығам, егеттәр менән бергә булам”, - тип баш тартты.
Бер көн улар дүрт кенә кеше разведкаға сыҡты һәм юҡ булды. Шул ваҡытта Зөлмәрә апаһы уларҙың ҡайһы ерҙә ҡамауҙа икәнен геолокация аша табып, был хаҡта командирына хәбәр итте. Ул ҡотҡарыу өсөн көс ебәргән. Шунда балаҡайым 32 яугир менән ҡотҡарыла.
Шунан сыҡҡас: “Әсәй, мин ҡайтырмын, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырбыҙ”, - тине. Беҙ ҙә ышандыҡ шуға, ҡайтыр, тип көттөк.
Күп тә үтмәй, уларға дрон килеп төшә һәм китеп барған машиналары шартлай. Шул ваҡыт уларҙың эргәһенән үтеп барған машина туҡтап, медицина пунктына алып барып ҡалдыра.
Улыма операция эшләйҙәр. Дрон ярсығы тубығын ярып сығарған була. Өс госпиталдә булғас, уларҙы хәрби эшелонға тейәп, беҙҙең яҡҡа сығаралар. Өс көн килә. “Мин шул тиклем арыным, өйгә ҡайтҡым килә”, - тине балаҡайым.
Юлы беҙҙең республика аша үтәсәген белгәс, бер нәмәгә ҡарамай, кәрәк-яраҡты йыйып, поезд артынан сыҡтыҡ. Беҙ тәүҙә хәрби эшелон Өфөлә туҡтар, тип уйланыҡ. Унда Зөлмәрә ҡыҙым менән кейәү, Азалия ҡыҙым барыр, тинек. Ә беҙ иптәшем менән Ырымбур яғынан сыҡтыҡ. Бәлки, шунда төшөрөп алып ҡалып булыр, тип уйланыҡ. Ләкин эшелон туҡтаманы. Беҙ уның артынан һигеҙ сәғәт эйәреп барҙыҡ.
Балаҡайыбыҙҙы Һамарҙағы госпиталгә алып киттеләр. Ул күп ҡан юғалтҡан ине. Яраланған һалдаттар шул тиклем күп. Улар араһынан нисек табырбыҙ икән тип уйланыҡ. Баламды тәрбиәләү өсөн эргәһендә ултырып ҡалырмын, тип барғайным. Шул тиклем яҡшы хәрби госпиталь булып сыҡты. Бер аҙ эргәһендә булдыҡ, ул таяҡҡа таянып атлап йөрөнө. Балабыҙҙың тубығына операция эшләнеләр, бер нисә ярсыҡты алдылар.
Артабан ул Һамар эргәһендәге хәрби курортта булды. Һуңынан Өфөгә ҡайтты. Оҙаҡ та тормай, тағы фронтҡа китте. РЭП командаһында разведкала булды.
“Это мое призвание. Әгәр мин һуғышҡа инмәһәм, нацистар бит беҙгә килеп етәсәк”, - ти торғайны балаҡайым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы менән шул ҡәҙәр ғорурланды. Марсель армияға алынманы. Шуға ныҡ ғәрләнә торғайны. Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләне. Бер ваҡытта ла аҡсаға мохтажлыҡ кисермәне. Аҡсаһын туҙҙырып та йөрөгән кеше булманы.
Марселебеҙ алғы һыҙыҡта булғанда беҙ һәр ваҡыт ғаиләбеҙ менән ураҙаға инәбеҙ. Балам ашамай, ас йөрөгәндә тамағыңа нисек ризыҡ барһын инде? Ҡорбан салдырҙыҡ, мәсеткә алып барып хәйер биреп, ауылдаштарҙы һыйлап торҙоҡ. Ләкин баланың ғүмере ҡыҫҡа булған икән. Эх...
Икенсе тапҡыр яраланған ваҡытта, муйынында жетоны бар ине. Шул, өҙөлөпмө, төшөп ҡалған, юғалған. Өфөлә саҡта ошо хаҡта һөйләшеп ултырам. “Балаҡайғынам, һин хәрби заданиеға сығаһың, һинең жетоның да юҡ. Күптәрҙе таба алмайҙар, эҙләйҙәр бит”, - тинем. Ә ул йылмайҙы ла: “Әсәй, мин ҡайтам”, - тине. “Шөкөр, балам, ҡайт, ҡайт ҡына. Ләкин шунда ла бит, номер кәрәк һиңә”, - тинем.
Һуңғы хәрби заданиеһына ингәндә лә ул жетонһыҙ китте. Шуның алдынан апаһына ла, миңә лә хат яҙҙы. “Әсәй, һин ул ғына тәрбиәләмәнең, һин яугир тәрбиәләнең. Мин үҙемдең бурысымды үтәргә тейешмен. Һин һәр ваҡыт эште аҙағына тиклем еткереп үтәргә өйрәттең. Мин хәрби бурысымды ла урынына еткереп атҡарам. Мин көслөмөн”, - тигән ине. Ә Зөлмәрә апаһына: “Апай, мин юғалып та, бер-бер хәл була ҡалһа, әгәр ҙә һеҙ мине тапһағыҙ, алып ҡайта алһағыҙ, өләсемдең эргәһенә ҡуйығыҙ”, - тигән. Балаҡайым 19 майҙа дүрт егет менән бергә хәрби заданиеға сыға. 23 майҙа үлеп ҡала...
Ә бит ул 23 майҙа мин йоҡлаған бүлмәмә килде. Ҡапыл ғына елдең елпеүенә күҙемде асһам, минең эргәмдә баҫып тора ине. Ҡапыл ғына тороп ултырғайным, юҡҡа сыҡты. Шуға бала ғынамдың йәне 23 майҙа ауылға ҡайтты, атайым менән әсәйемдең эргәһенә килде, тип гел әйтәм. Зөлмәрә лә 23 май таңға Марселебеҙ балконға килде, тине. Ильяс уны күреп, һиҫкәнеп, ҡурҡып килеп сыҡты, ти. Йән дә ҡайта бит.
Балам ҡайтам тип әйтте лә, емертеп ҡайтып етте. Уның кәүҙәһен Зөлмәрәм ике ай эҙләне. Кәрәкле һәр ергә барҙы, шылтыратты, хат яҙҙы. Емертеп ҡайтты бына бала ғынам. Ул яра онотолмаҫ та инде. Васыят итеп әйткәненсә, өләсәһе эргәһенә ҡуйҙыҡ. Матур итеп ҡырҡын уҡыттыҡ. Әле бына мәктәптә “Герой партаһы” астыҡ. Уның кеүек тә матур бала булмай бит ул, Лилиә...
Беҙ һәр ваҡыт эргәһендә булдыҡ. Отпускыһына ҡайтҡанда, Өфөгә барып, ауылға алып ҡайттыҡ. Тоцкиға ла, хәрби госпиталдә ятҡанында ла барҙыҡ. Балам, бар инде, беҙгә лә бит һигеҙ сәғәт ҡайтырға кәрәк тиһәм, әҙерәк кенә, әсәй, ултырайыҡ инде, ти ҙә ҡуя. “Рюкзагыңды ал да, бар ин, тик артыңа әйләнеп ҡарама йәме, тура ғына атлап инеп кит”, - тип оҙатып ҡалдыҡ. Тыңланы балаҡайым, тура ғына атлап, поста торғандарға документын күрһәтеп, инеп китте. Артына боролоп ҡараһа, мин уға ҡаршы йүгерер, кире ебәрә алмаҫ инем.
Көн-төн Покровск яғындағы фронтты күҙәттек. Атаһы күпме алға сыҡтылар, күпме сиктеләр - бөтә мәғлүмәт менән танышып барҙы. Шуға бына, Лилиә, ҡайтты бит балам. Ҡайтмай, ятып ҡалһа, ҡыйын булыр ине. Улар һуғышҡа ингән ерҙе картанан ҡарап ултырғас, аҙаҡтан атаһы: “Ҡайтмаһа, шул фронт һыҙығы буйынса эҙләп китермен, тип уйлағайным”, - тине. Азалиябыҙ әле Өфө хәрби госпиталендә эшләй. Ул да илап: “Тағы ла ярты ай ҡайтмаһа, уның юлынан мин дә контракт төҙөп китермен тип уйлағайным”, - тине. Ҡайтты бит балам. Үҙе теләгәнсә, өләсәһе эргәһенә ҡайтып ятты.
Барып күреп торабыҙ. Матур итеп ҡуйҙыҡ. Памятнигын эшләттек. Лилиә, уны ебәрергә лә кәрәкмәгәндер, бәлки, тип ҡаңғырып китәм. Иптәшемде, балаларымды, иламағыҙ ҙа, ул былай ҙа арыны, йәне, тәне арыны, ул мәңгелек донъяға киткән икән, иламайыҡ, тип тынысландырам да, үҙем илайым..."
Марсель Ғәбитов, 24 йәше лә тулмай, батырҙарса һәләк булған. Ул Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радиоэлектрон көрәш системаһының бүлексә командиры, махсус тәғәйенләнештәге подразделениела үҙ бурысын үтәй. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Радиоэлектрон көрәш системаһындағы хеҙмәте өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә.
Марсель белем алған Әбделкәрим ауылы мәктәбендә уның яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Иҫтәлекле сарала яугирҙең ата-әсәһе, һеңлеһе Азалия, туғандары, уҡытыусылары ҡатнашты. Барыһы ла Марселде кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, эшлекле, тырыш, ҡыйыу егет тип иҫкә алды.
Марселдең атаһына, Фирғәт Ғәбитовҡа, яҙған һуңғы хатынан өҙөк: “Знаешь, папа, я рад, что стал таким. Даже если не стану, ты будешь гордиться тем, что меня таким воспитали...”
- Улым һәр ваҡыт ғәҙел, батыр, ҡыйыу, ижади ҡарашлы булды, - тине Фирғәт Сәхиулла улы. - Бала саҡтан Ватан һаҡсыһы, ғәҙеллек яҡлы булырға тырышты. Теләге тормошҡа ашты балаҡайымдың. Ләкин уның өсөн ул ғүмерен бирҙе...
Мәҡәләнең авторы - Лилиә ТАКАЕВА.
Сығанаҡ: https://hakmar.ru/news/care/2025-12-05/uttan-yu-an-er-n-orap-al-an-ulym-ine-4495416
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!