Геройҙар дәүере
6 Декабрь 2025, 22:30

Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала

Белоретттар ҡаһарман яҡташтары – гвардия капитаны Максим Радикович Рыбаковтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙ, мемориаль таҡтаташ асты.

Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡалаУл һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала
Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала

Белореттар ҡаһарман яҡташтары – гвардия капитаны Максим Радикович Рыбаковтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙе, ноябрҙә мемориаль таҡтаташ асты.

Максим Рыбаковтың тормошо Ватанға ысын хеҙмәт итеү өлгөһө. Үрге Арша ҡасабаһында тыуған малай әсәһе Елена Геннадьевна менән Белоретҡа күсеп киләләр. Шул ваҡытта уҡ уның йөрәгендә Тыуған иленә хеҙмәт итеү тураһында ҙур хыял тыуа. Киләсәген һайлау аңлы рәүештә башҡарыла – Суворов училищеһы уның өсөн ил һаҡсыһы һөнәрендә беренсе баҫҡыс була, ә юғары хәрби белемде ул армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһында ала. Был һөнәренә ул һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡала.

Уның хеҙмәт исемлегеысын яугир һәм Һауа-десант ғәскәрҙәренең ҡурҡыу белмәҫ офицеры тарихы. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән Максим Радикович алғы һыҙыҡта була. Рота командиры, ә һуңынан батальон штабы начальнигы, 98-се гвардия һауа-десант дивизияһының 299-сы гвардия полкы батальоны командиры.

Ул бер ваҡытты ла башҡаларҙың арҡаһынан йәшеренмәй, еңел юлдар эҙләмәй. Бер нисә тапҡыр яралана, әммә һәр ваҡыт көс йыйып, дауаланып алғас, сафҡа, үҙенең яугирҙәренә ҡайта.

Тыуған ил уның батырлығын лайыҡлы баһалай. Рәсәй Президентының 2024 йылдың 18 сентябрендәге указы менән гвардия капитаны Максим Рыбаковҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң). Ә республика Башлығы Указы менән ул генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде (үлгәндән һуң). Был юғары наградалар уның тиңһеҙ батырлығы һәм фиҙакәрлеге тураһында һөйләй.

"Был мемориал барыбыҙ өсөн дә, бигерәк тә үҫеп килгән быуын өсөн, ысын патриотизмдың, батырлыҡтың һәм үҙ еренә һөйөүҙең мәңгелек символы булһын. Үтеп барған һәр кем уның йөҙөнә ҡарап, яҡташыбыҙҙың бөйөк батырлығын иҫенә төшөрһөн. Рәсәй Геройы, гвардия капитаны Максим Рыбаковтың мәңгелек даны һәм иҫтәлеге мәңгелек", - тип белдерҙе Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

Фото: Азат Хәкимовтың Телеграм каналдағы сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала
Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала
Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала
Ул һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро ҡала
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас