

“Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы финалсыһы Дмитрий Смирнов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов менән осрашҡан. Был хаҡта “Башҡортостан геройҙары” программаһының рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.
Бындай осрашыуҙарҙа БР Хөкүмәте ағзалары идара итеү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әлеге ваҡытта Дмитрий Смирнов, программаның финалсыһы булараҡ, Рөстәм Моратов етәкселек иткән министрлыҡта стажировка үтә.
– Стажировка бик һөҙөмтәле бара. Рөстәм Хәмит улынан алған тәжрибә идара итеү бурыстарына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә. Мин инде киләсәк, икенсе этап мөмкинлектәре һәм проект эшен тормошҡа ашырыу тураһында уйлайым, — ти Дмитрий Смирнов.
Осрашыу ваҡытында “Башҡортостан геройҙары” финалсыһы менән Рөстәм Моратов стажировка үтеүҙең икенсе этабы буйынса план төҙөгән, эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләгән һәм буласаҡ проект эшенең концепцияһын хәл иткән.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: vk.com/geroi_bashkortostana
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!