

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән “Ватанға хеҙмәт итәм” форумында билдәләп үтелгәнсә, Ватан Геройҙары көнө ветерандарҙы, бөгөн хәрби сафта булғандарҙы, тылда эшләүселәрҙе, ирекмәндәрҙе, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, вайымһыҙ булмаған барлыҡ кешеләрҙе берләштерә.
Форум барышында Башҡортостандағы МХО ветерандары ассоциацияһының ултырышы үткәрелде. Бер йыл эшләү дәүерендә Ассоциация бер меңдән ашыу ветеранды берләштерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: федераль кимәлдә “Геройҙар дәүере” кадрҙар программаһы ла эшләй, ул 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылғайны. Проектта ҡатнашыусыларҙың беренсе ағымына беҙҙең республиканан Рәсәй Геройҙары Борис Дудко менән Степан Белов, шулай уҡ Оскар Ситдиҡов инде. Һуңғыһының кәңәшсе-тәрбиәсеһе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Икенсе ағымда Башҡортостандан Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Батырлыҡ ордены кавалерҙары Денис Камалетдинов, Илья Миронов һәм Денис Худяков ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Денис Ченавиндың кәңәшсе-тәрбиәсеһе булып тора.
Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам үҙәктәре асыла. Бөгөнгә республикала ошондай 10 үҙәк эшләй, улар Федераль үҙәктең барлыҡ талаптарына яуап бирә.
ФЕКЕР
Фәдис СӘҒИТОВ,
МХО ветераны, “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусы:
“Армияла хеҙмәт итеү тамамланғас та ошо уҡ урында – Тажикстанда хәрби хеҙмәттә ҡалдым. Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың июлендә шунда юлландым. Ошо уҡ йылдың декабрендә яраландым, контузия булыу сәбәпле, мине тыуған яҡтарыма – Йылайыр районына – кире ҡайтарҙылар.
2024 йылдың 11 ноябрендә райондың Үркәс ауыл хакимиәтенә башлыҡ итеп ҡуйҙылар. Муниципаль идара итеү тәжрибәһенә өйрәнеү өсөн стажировканы ла даими үтеп торабыҙ. Теләк – халыҡҡа артабан да тырышып хеҙмәт итеү”.
Автор фотоһы.