Геройҙар дәүере
10 Декабрь 2025, 13:30

Йөҙ пар ойоҡбаш бәйләп оҙатҡан

"Әҙер изделиеларҙы тоҡҡа тултырам, ә ҡыҙым Венера штабҡа илтә.Үҙем алыҫҡа йөрөй алмайым, аяҡтар ауырта. Уның ҡарауы, ҡулдарым арыу-талыуһыҙ эшләй”, – ти Гөлсирә инәй.

Йөҙ пар ойоҡбаш бәйләп оҙатҡанЙөҙ пар ойоҡбаш бәйләп оҙатҡан
Йөҙ пар ойоҡбаш бәйләп оҙатҡан

Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән  Гөлсирә Әҙелгәрәева  алғы һыҙыҡҡа йөҙ парҙан ашыу йылы ойоҡбаш бәйләп ебәргән.

92 йәшлек инәйҙең көнө буйы яугирҙәр өсөн ойоҡбаш бәйләп ултырғанын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ул был һөнәрҙе бәләкәй саҡтан үҙләштергән һәм хәҙер уны һалдаттарға ярҙам итеүҙә ҡуллана.

“Балаҡайҙарҙың аяҡтары йылыла булһын, өшөмәһен, – ти ул.– Элек өсәр тоҡ йөн һатып ала инем, үҙем тетеп эрләнем.Быға ваҡыт бик күп китте. Ә хәҙер әҙер сифатлы һарыҡ йөнөн һатып алып бәйләйем. Күберәк ойоҡбаш бәйләү өсөн ваҡыт та артты. Әҙер изделиеларҙы тоҡҡа тултырам, ә ҡыҙым Венера штабҡа илтә.Үҙем алыҫҡа йөрөй алмайым, аяҡтар ауырта. Уның ҡарауы ҡулдарым арыу-талыуһыҙ эшләй”, – ти Гөлсирә инәй.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Гөлсирә Вәлиәхмәт ҡыҙы бер кемдән дә ярҙам һорамай, киреһенсә, башҡаларға ярҙам ҡулын һуҙырға тырыша.

Фото:”Асылыкүл–Балҡантау” гәзите сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас