Геройҙар дәүере
13 Декабрь 2025, 14:10

Көйөргәҙеләр шәп аукцион үткәргән, афарин!

Көйөргәҙе районы Ермолаевка ҡасабаһында "Көйөргәҙе" фонды ойоштороуында хәйриә аукционы үткән. Сараның төп маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Асыҡ аукционда ҡул оҫталары күңел йылыһы һалып эшләгән йөҙгә яҡын лот тәҡдим ителгән.

Көйөргәҙеләр шәп аукцион үткәргән, афарин!Көйөргәҙеләр шәп аукцион үткәргән, афарин!
Көйөргәҙеләр шәп аукцион үткәргән, афарин!

Улар араһында нәфис ҡумталар, ағас ултырғыстар, ырғаҡ менән бәйләнгән сумкалар, уйынсыҡтар, матур картиналар, ағас һәм балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр, автор ҡурсаҡтары, заманса шәмдәл һәм башҡа бик күп әйберҙәр һатыуға сығарылған.

Сараға район етәкселеге, төрлө учреждение директорҙары, эшҡыуарҙар саҡырылған. “Миңә гипстан эшләнгән ат статуэткалары, ҡатын-ҡыҙ сумочкаһы, картина һәм ҡурсаҡ һатып алыу бәхете тейҙе. Был - махсус хәрби операциялағыларға рәхмәт белдереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Бөтә йыйылған аҡса яугирҙәр һорауы буйынса кәрәк-яраҡтар һатып алыуға йүнәлтеләсәк”, - ти район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова.

Аукционды алып барған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов әйтеүенсә, иҫтә ҡалырлыҡ ҡул эштәре күп булған. Мәҫәлән, Лилиә Шәмсетдинованың алмас мозаика ҡулланып эшләгән “Мәсет” картинаһын, Яҡшембәт ауылынан ағас эше оҫтаһы Юлай Хәлитовтың ағас ултырғыстарын алтышар мең һумға һатып алыусы табылған. Аҡһары мәктәбе коллективынан ырғаҡ менән бәйләнгән ҡатын-ҡыҙ сумкалары ла юғары баһа алған.

Ҡатнашыусыларҙың йомартлығы арҡаһында 100 мең һум тирәһе аҡса йыйыу мөмкин булған. Депутаттарға, бизнес вәкилдәренә, район ойошмалары етәкселәренә һәм ошо изге эшкә ҡушылып, аукционда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла район етәкселеге рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас