Геройҙар дәүере
16 Декабрь 2025, 10:50

Ғорурланабыҙ һинең менән, яҡташ

Кесе сержант Байдәүләтов разведкаға китә һәм дошман оборонаһының көсһөҙ урындарын асыҡлай.

Ғорурланабыҙ һинең менән, яҡташҒорурланабыҙ һинең менән, яҡташ
Ғорурланабыҙ һинең менән, яҡташ

Башҡортостандан Радмир Байдәүләтовмахсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Башҡортостан” полкының Вафа Әхмәҙуллин исемендәге разведка взводы командиры урынбаҫары. Ул яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Республика халҡы батыр яҡташы менән һаҡлы ғорурлана.

Радмир Байдәүләтов та булған снайперҙар төркөмөнә дошмандың терәк пунктын юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Дошмандың дрондары һәм артиллерияһы даими һөжүме аҫтында беҙҙең яугирҙәр тәғәйенләнгән урынға барып етә. Кесе сержант Байдәүләтов разведкаға китә һәм дошман оборонаһының көсһөҙ урындарын асыҡлай. Һөжүм һөҙөмтәһендә беҙҙең төркөм ВСУ-ның терәк пунктын юҡ итә һәм әсирҙе ҡулға ала. Хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн Радмир Байдәүләтов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Фото: скриншот. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас