Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2025, 12:55

Ҡар көрәү – күңелле эш!

Был да дәрес, кешелеклелек, миһырбанлыҡ дәресе. Ватан һағындағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү – барыбыҙҙың намыҫ эше.

Ҡар көрәү – күңелле эш!Ҡар көрәү – күңелле эш!
Ҡар көрәү – күңелле эш!

Бүздәк ауылындағы 1-се урта мәктәп уҡыусылары тәрбиә буйынса директор советнигы Әлфирә Наил ҡыҙы Ҡәҙермәтова етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһенә ярҙамға килде.

Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың мул яуыуы юлдарҙы ҡапланы, көрттәр барлыҡҡа килде. Хужабикәгә ҡар көрәүҙең еңел түгеллеген аңлап, уҡыусылар ҡулдарына көрәк алып дәррәү эшкә тотондо. Ихатаны йәһәт кенә ҡарҙан таҙарттылар. Өмә күңелле, уйын-көлкө менән бер нисә сәғәт барҙы.  

“Был эш өмә генә түгел. Был да дәрес, кешелеклелек, миһырбанлыҡ дәресе.  Ысын команда эше. Ватан һағындағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү - барыбыҙҙың намыҫ эше”, – тине етәксе.

Ирина Кинйәкәйева фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Ҡар көрәү – күңелле эш!
Ҡар көрәү – күңелле эш!
Ҡар көрәү – күңелле эш!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас