Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2025, 12:30

Башҡортостан был эштә башҡаларға өлгө

Республика Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса ҡануниәтте тулыраҡ үтәгәне өсөн Волга буйы федераль округы проектында беренсе урын алды. 

Башҡортостан был эштә башҡаларға өлгөБашҡортостан был эштә башҡаларға өлгө
Башҡортостан был эштә башҡаларға өлгө

Аҙна башында, Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республикабыҙ сираттағы тапҡыр федераль кимәлдә юғары билдәләнде. Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев республика Башлығы Радий Хәбировҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга Буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса ҡануниәтте тулыраҡ үтәгәне өсөн Волга буйы федераль округы проектында беренсе урын өсөн Дипломын тапшырҙы.

– Ҙур эш башҡарылды. Мин ҙур ихтирам һәм рәхмәт менән был дипломды һәм иҫтәлекле билдәне Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа тапшырырға теләйем, – тип билдәләне Александр Окатьев.

Әлбиттә, был ҙур бүләк буштан бирелмәне. Башҡортостан Республикаһының идара итеү командаһы Радий Хәбиров етәкселегендә Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса системалы һәм һөҙөмтәле эш төҙөнө. Ул патриотик тәрбиәнең берҙәм стратегияһына интеграцияланған, ресурстар, маҡсатлы программалар һәм белем биреү учреждениеларын, йәмәғәт ойошмаларын һәм Ватанды һаҡлаусыларҙы (махсус хәрби операция ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын) әүҙем йәлеп итеү менән нығытылған.

Ойоштороу эше юғары кимәлдә бара

Аңлашыла, был эш республикала электән һәм әүҙем алып барыла. Был закондар һәм хоҡуҡи акттар менән дә нығытылған. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында комплекслы һәм һәр яҡлап патриотик эш алып барыу маҡсатында 2023 йылдың июнендә “Патриотик тәрбиә тураһында” закон ҡабул ителгән, ул Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән Рәсәй граждандарын патриотик тәрбиәләүҙең хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләй.

Шулай уҡ граждандарҙы патриотик тәрбиәләү буйынса Республика координация советы ойошторолдо, уны Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров етәкләй.

Әлеге ваҡытта 2030 йылға тиклем республика патриотик тәрбиә биреү программаһы әҙерләнгән, ул килешеү процедураһын үтә. Йыл һайын Башҡортостан Мәғариф министрлығы республиканың мәғариф ойошмаларында патриотик тәрбиә биреү буйынса эш планын раҫлай, ул үҙ эсенә тарихи мәғрифәтселекте, яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереүҙе, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешен, гражданлыҡ үҙенсәлеген формалаштырыуҙы һәм башҡаларҙы ала.

Быйыл йыл тематикаһын иҫәпкә алып, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса саралар планы һәм 2025 йылда Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планы раҫланды.

Республикала патриотик тәрбиәне координациялау һәм патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса төп ойошмалар булып Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы һәм Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге тора.

Округта ҙур хәрби-патриотик йәмәғәт проекттары тормошҡа ашырыла

Республиканың Мәғариф министрлығы бойороғо менән йыл һайын “Башҡортостан Республикаһында Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында” бойороҡ раҫлана, унда Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмдәр һәм Башҡортостанда Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫлана.

Тормошҡа ашырылған йәмәғәт проекттарын мәғлүмәти яҡтан оҙатыу буйынса ҙур эш алып барыла, унда республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары, шулай уҡ Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы ойошмалар әүҙем ҡатнаша.

Бөтә проекттар осраҡлы рәүештә түгел, ә системалы нигеҙҙә йыл дауамында тормошҡа ашырыла.

Хәтерҙе мәңгелек

Ватанды һаҡлауҙа һәләк булған яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар ойоштороу эшмәкәрлектең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Был мәсьәлә буйынса эшмәкәрлекте координациялау маҡсатында Мәғариф министрлығы муниципаль берәмектәрҙең мәғлүмәттәрен йыйыу, эшкәртеү һәм синхронлаштырыу буйынса системалы эш алып бара. Ремонт һәм төҙөкләндереү эштәре үткәреүҙе талап иткән хәрби ҡәберлектәр реестры төҙөлгән. Ҡәберҙәрҙең күп өлөшө 2025 йылда Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә тәртипкә килтерелгән.

Мәғариф министрлығы 2023-2024 йылдарҙа “2019-2024 йылдарға Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырҙы. Ике йыл эсендә Башҡортостан 60 муниципаль берәмегендә дөйөм суммаһы 23 901 081,43 һумлыҡ 221 хәрби ҡәберлек төҙөкләндерелгән һәм тергеҙелгән.

Йыл һайын Башҡортостанда “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Төбәк бүлексәһенә төбәктән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эштәрҙе башҡарыуға субсидия бүленә.

Башҡортостандың эҙәрмәндәр хәрәкәте 2024 йыл дауамында Луганск Халыҡ Республикаһы, Ленинград, Псков, Ростов, Волгоград, Новгород, Түбәнге Новгород, Калуга, Силәбе өлкәләре, Краснодар крайы, Ҡарасәй-Черкессия, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан, Башҡортостан республикалары биләмәләрендә эҙләнеү һәм экспедиция эштәре өлкәһендә 18 сара үткәрҙе.

Республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларында, Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, 2250 “Герой партияһы” асылған, шуларҙың 1141-е махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған.

2024 йылдан патриотик эшкә МХО ҡатнашыусылары әүҙем ҡушыла. Мәҫәлән, 2024 йылда бөтә дөйөм белем биреү ойошмаларында “Батырлыҡ дәрестәре”, әңгәмәләр, осрашыуҙар үткәрелә, уларҙа, 1-11 кластарҙа уҡыған 604 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Балалар янына 1690 МХО яугире килгән.

Музейҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ

Был эштә һис шикһеҙ ҙур эште музейҙар башҡара. Бында ябай мәктәп йәки ауыл музейы ла, республика музейҙары ла бар. Республиканың ошо еңеүе тураһында үҙ фекере менән Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев уртаҡлашты.

– Башҡортостандың системалы эшен федераль кимәлдә юғары баһаланылар. Округ проектында беренсе урын өсөн диплом – ул Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүҙә, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә төбәктең һәм ҙур команданың ҡаҙаныштарын рәсми таныу.

Награда республиканың был өлкәләге башланғыстары етди хуплау алыуын һәм яҡшы һөҙөмтә биреүен раҫлай. Хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса эш системалы алып барыла, төбәктең дәүләт көн тәртибенең бер өлөшө булып тора һәм уның һөҙөмтәләре бөтә башҡарма власть өсөн әһәмиәтле.

Республика Хәрби Дан музейы был проекттың бер өлөшө булып тора һәм милли-мәҙәни үҙенсәлекте формалаштырыу, тарихты фальсификациялауға ҡаршы тороу һәм йәштәрҙә Тыуған ил тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү буйынса эш алып бара.

Өфө ҡалаһының Еңеү паркында урынлашҡан музейыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарманлыҡ мираҫы менән хәҙерге заман ватанды һаҡлаусыларының батырлығы араһында параллель күрһәтелгән. Махсус хәрби операцияға арналған проекттар һәм яңы “Рәсәй. Донбасс. МХО” экспозицияһы музейҙың хәҙерге заман тарихын һәм тарихи хәтерен нисек һаҡлауын күрһәтә.

Музей үткәргән тематик акциялар һәм саралар – төрлө быуындарҙың эмоциональ бәйләнеше һәм граждандарҙың ил тарихына шәхси ҡағылыуының һөҙөмтәле инструменттары. Башҡортостан үҙенең эше менән бөтә Волга буйы федераль округы өсөн мөһим дөйөм милли эштә юғары планка ҡуя.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты, pobedarf.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Башҡортостан был эштә башҡаларға өлгө
Башҡортостан был эштә башҡаларға өлгө
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас