

Тормош–көслөләр өлөшө. Әгәр ҙә ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшәһең икән, һин көсһөҙ. Тап ошо һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ икәнлегенә махсус хәрби операция ветераны, II төркөм инвалиды Илгиз Асҡаров менән осрашҡанда йәнә бер тапҡыр инандым.
Яугир сығышы менән Баймаҡ районы Һәмән ауылынан. 2022 йылдың сентябрь аҙағында өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, ил һаҡларға юллана. 2023 йылдың авгусында Кременной өсөн алыштарҙа Илгиз Асҡаров “лепесток” минаһына баҫып ҡаты яралана—аяғын юғалта.
—Алғы һыҙыҡҡа инер алдынан блиндажта ял итәбеҙ, егеттәр менән үҙебеҙсә, картуф бешереп ашарға булдыҡ та уны таҙартып, ҡабығын урман ситенә алып сығып ташларға булдым. Кире әйләнеп килгәндә, “лепесток”ға эләктем. Аяғым шайтан ашығынан өҙөлөп сыҡты, ауыртыуға түҙә алмай асырғанып ҡысҡырып ебәреүемә, егеттәр килеп сыҡты һәм тәүге ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Бигерәк тә яҡташтарым, Күсей ауылы егеттәре, Таһир Кинйәбаев менән Нурийән Саптаровҡа ҙур рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә яуҙа батырҙарса һәләк булды. Тиҙ генә Луганск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ебәрҙеләр һәм 11 август көнө Санкт –Петербург ҡалаһына күсерҙеләр. Оҙайлы реабилитация үтергә тура килде, аҙаҡ тыуған яғыма ҡайттым.
Санкт–Петербург ҡалаһында госпиталдә ятҡанда Илгиз Асҡаров үҙенең яугир дуҫтары менән бәйләнешкә инеп, өҙөлгән аяғын табыуҙарын үтенә. Был юлы ла яугир дуҫтары Таһир менән Нурийән уны эҙләп таба һәм бер урынға күмеп ҡуя. Ҡайҙа барма, баймаҡтар тигәндәй, илебеҙҙең төньяҡ башҡалаһында ла яҡташтарының булыуы Илгизгә тиҙерәк рухи һәм физик яҡтан һауығырға ярҙам итә. “Санкт–Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова менән бәйләнешкә индем, улар хәрби госпиталдәргә йыш йөрөй, бигерәк тә Башҡортостан яугирҙәре булһа, уларҙың һаулығы өсөн борсола, туғандары менән аралашып, уларға хәлдәрен еткереп торалар, кәрәк икән дарыу–уколдарын таба, табиптар менән тығыҙ бәйләнештә торалар. Мин уларға ҙур рәхмәтлемен”,–ти ветеран яугир.
Әлбиттә, яугир өсөн барыһы ла еңелдән булмай. Әммә ауырлыҡтар алдында бөгөлөп ҡалмаҫҡа, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнә ул. Ҡатыны Наҙгөлдөң, улы Искәндәр менән ҡыҙы Әдиләнең бар яҡлап ярҙам итеүе, һәр башлынғыста уны ҡеүәтләп тороуы яугиргә ҡайтанан, яңыса йәшәргә ярҙам итә. “Ватандыһаҡлаусылар” фонды хәстәрлеге менән Өфөлә сифатлы протез эшләп бирәләр. Яңынан атларға өйрәнгән тәүге аҙымдарҙың барыһы ла артта ҡалған: ветеран яугир әле йүгереп йөрөп барлыҡ яуҙаш дуҫтарының ата–әсәләренең хәлен белешә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Автомобиль руле артына ла ултырған, “элек машинам автоматик күсергестәр коробкаһы менән ине. Ә хәҙер “механик”»ға күстем–ябай һәм ышаныслы,”–ти ул.
—Был тормошта иң мөһиме– йәшәүҙең ҡәҙерен белеү. Шуға күрә мин барыһына ла шөкөр итәм, булғанына ҡыуанам. Иң ҡәҙерле кешеләрем янымда, тормош дауам итә, әле йорт төҙөй башланыҡ. Әммә яуҙа илебеҙ өсөн һәләк булған яугир иптәштәремде иҫкә алмаған, уларҙы уйламаған бер көнөм дә юҡ. Күңелем төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарҙа, тап уларҙы хәтерләйем һәм минең былай ултырғанымды күрһәләр, улар ғәфү итмәҫ ине, тип уйлап, йәнә үҙемде ҡулға алып, алға табан атлайым,–ти яугир ветеран.
Илгиз Асҡаров Шайморатов һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән. Был наградалар уға үҙ ауылдаштарына, айырыуса атаһы менән ғорурланған балаларына намыҫ менән ҡарарға, лайыҡлы тормош алып барыуға ҙур ышаныс өҫтәй.
Бөгөн яугир ветеран ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй.
Автор фотоһы