Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2025, 12:00

“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән

Эрик Фатиев – йәштәргә өлгө

“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән
“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының финалына сығыусыларҙың береһе – Дәүләкән ҡалаһында тыуып-үҫкән Эрик Фатиев, запастағы майор. Яу яланынан ҡайтҡас та ҡаһарман ир-егет бер урында тормай, республика тормошонда әүҙем ҡатнаша. “Башҡортостан геройҙары”нда ла көсөн һынап ҡарай һәм уға уңыш йылмая.

Әлеге ваҡытта ул тыуған яғында, Дәүләкән районы хакимиәтендә стажировка үтә. Был хаҡта ул бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп видеояҙма ла төшөргән. Уның менән “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин.

Стажировканы Эрик Фатиев район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов етәкселегендә үтә. Уның менән осрашҡанда, МХО ветераны һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киберспортты үҫтереү буйынса мөһим фекерҙәрен еткерә. Запастағы хәрби райондың йәштәр сәйәсәте буйынса эш үҙенсәлектәре менән дә таныша.

“Эрик Фатиев – төрлө һынауҙар аша үткән ысын патриот. Йәштәргә тәрбиәүи өлгө булып, уларҙы үҙ миҫалы аша илһамландырып, кешеләргә хеҙмәт итеүен дауам итә”, – тип яҙғайны маҡсатлы ир-егет тураһында яҡташтары, “Асылыкүл” гәзите. Бының шулай икәнен ҡаһарман ир-егет төшөргән видеояҙма ла раҫлай.

Һүрәттәрҙә: Эрик Фатиев, фото – “Асылыкүл” гәзитенән. Стажировканың бер көнөнән, фотолар – видеонан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән
“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән
“Башҡортостан геройҙары” финалсыһы видеояҙма эшләгән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас