Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2025, 17:40

“Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине...”

- Улым һәр ваҡыт ғәҙел, батыр, ҡыйыу, ижади ҡарашлы булды, - тине Фирғәт Сәхиулла улы. - Бала саҡтан Ватан һаҡсыһы, ғәҙеллек яҡлы булырға тырышты. Теләге тормошҡа ашты балаҡайымдың. Ләкин уның өсөн ул ғүмерен бирҙе...

“Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине...”“Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине...”
“Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине...”

- Лилиә, балаҡайымды юғалттыҡ бит, һуңғы юлға оҙатабыҙ. Килә алһаң, килерһең инде...

Ҡот осмалы бындай насар хәбәрҙе ишетеүҙән арыһаҡ та, быныһы бигерәк тә аяныслы ине шул. Йәшәп тә өлгөрмәгән 23 кенә йәшлек Әбделкәрим ауылынан Марсель Ғәбитов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Уның бәләкәй сағынан күреп-белә инем. Уның уңыштары тураһында ишетеп, шуларҙы “Һаҡмар” гәзитенә яҙып, шатлыҡтарын уртаҡлашҡан мөләйем йөҙлө, алсаҡ ҡына бала хәҙер килеп нисек инде юҡ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Марсель менән хушлашырға бара алманым - алыҫ сәфәргә сыҡҡан инек. Ошо көндәрҙә Әбделкәрим мәктәбендә батыр һалдаттың иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Сағыу йондоҙ кеүек йәшәп, йәшнәп, балҡып һүнгән Марсель Фирғәт улы Ғәбитов тураһындағы иҫтәлектәрҙе уның әсәһе Сәғирә Илһам ҡыҙының хәтирәләре аша тәҡдим итәбеҙ.

- Ғаиләбеҙҙе шатлыҡҡа сорнап килеп ингән балалар ине бит улар – Азалия менән Марсель. Бар йөрәгебеҙҙе биреп уларҙы тәрбиәләп үҫтерҙек. Паспорт алырға ваҡыт еткәс, рөхсәт һорап, икеһе лә беҙҙең фамилияға күсте, иптәшемдең исемен “атаһы” тигән графаға яҙҙырттылар. Ике бала ла бер ваҡытта ла үҙҙәренең тыуҙырған ата-әсәләре тураһында уйламаны. Ғүмер буйы улар “атайым” тип тормош иптәшемде, ә мине “әсәйем” тип яратты. Уттан, һыуҙан, ерҙән һорап алған улым ине бит ул – Марсель.

Махсус хәрби операцияла ике йыл ҡатнашты. Былтыр Яңы йыл алдынан оҙаҡ ҡына хәбәре булманы. Яңы йылды Өфөлә, Зөлмәрә ҡыҙым һәм Ильяс кейәүемдәрҙә, ейәнем эргәһендә ҡаршылау өсөн барғайныҡ. Азалия ла килде. Яңы йылды ҡаршыланыҡ та өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаларҙы йыйыштырып йөрөй инем, телефоным шылтыраны. Марсель улым икән. Ул: “Әсәй, ғәфү ит. Һиңә сәскәләр гөлләмәһе ебәрермен тип уйлағайным, бер нисек тә өлгөрә алманым”, - тине. Баҡтиһәң, балаҡайым ул ваҡытта яуҙаштары менән ҡамауҙа булған икән. Бик оҙаҡ ваҡыт, бер тамсы һыуһыҙ, ризыҡһыҙ нисек түҙгәндәрҙер?

Ул һәр ваҡытта ла миңә “әсәй” тине. Даими рәүештә телеграм аша аралаштыҡ. Һуңғы хәрби заданиеға сығыр алдынан: “Әсәй, сәләм, мин иртәгә заданиеға сығам”, - тиер ине. “Балам, имен-һау ғына бул, үҙеңде ҡарап ҡына йөрө”, - тием. “Әсәй, тырышырмын. Әгәр ҙә ошо заданиенан да имен сыҡһам, тура ауылға ҡайтырмын. Мин шул тиклем һинең еҫеңде һағындым”, - тине. Был һөйләшеүҙән һуң күп уйландым да, аптырауға ҡалдым. Минең еҫем юҡ та инде. Матур, тәмле хушбуйҙар һөртөнәм. Хәҙер килеп аңланым, ул бала бит әсәй еҫен һағынған булған.

Өфөлә улымдың фатиры булды. Йыр-моңға ғашиҡ ине. Шуға фатирында ҡиммәтле, яҡшы музыка аппаратураһы булды. Акустикаһын көйләп, стенанан тауыш сыҡмаҫлыҡ итеп рәтләп алды. Үҙе шиғырҙар яҙҙы, үҙе уларға көй һалды.

Марсель улым шундай матур бала булды. 9-сы кластан һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡыны. Егеттәр менән эшкә сыҡҡан инде. Бер ваҡыт кемдер төндә тәҙрә шаҡый. Ҡараһам, Марсель балам. Остан төндә йүгереп төшкән. Күбеккә батып килеп инде. Күкрәгенә йылы икмәк тығып алған. “Әсәй, сәй ҡуй. Беренсе эш хаҡымды алдым. Йылы ғына икмәк алып ҡайттым”, - тине. Балаҡайғынам беренсе эш хаҡына күстәнәскә икмәк алған булған. Ул бер ваҡытта ла эсмәне. Рюмка тотҡанын да күргәнем булманы. Минән йәшереп тәмәке тартты. Ләкин атаһы менән бергә тартты. Марсель менән беҙ телеграм аша яҙыштыҡ.

Был балаҡай бер йыл ныҡ яраланды. Эргәһендә снаряд ярыла. Үҙҙәре атап йөрөткән “тропа смерти” аша ете сәғәт үтә. Новосибирск ҡалаһына самолет менән оса. Дауаланғас, беҙгә ҡайтты. “Атай, мине көслө генә мәсеткә алып бар, һәләк булған егеттәремә аят бағышлатҡым килә”, - тигәс, атаһы Өфө ҡалаһындағы “Ихлас” мәсетенә алып барҙы. Кире барырға ваҡыты еткәс, алып ҡалырға теләнек. Ләкин ҡырҡа баш тартты. “Мин барырға тейешмен, унда егеттәрем көтә”, - тине. Үпкәһендә уның ете снаряд ярсығы ҡалған ине бит. Тәүҙә уны штабҡа ултырттылар. Балаларын, ирҙәрен эҙләп ебәргән запростарға яуап биреп ултырырға тейеш ине. Уға көн дә яраланғандарҙың, вафат булғандарҙың исемлеген биргәндәр. Шуларҙы компьютерға индереп барырға тейеш була. Шуны ныҡ ауыр кисерҙе. “Юҡ, был минең эшем түгел”, - тип баш тартты. Һуңынан уны хәрби полицейский иттеләр. Тоцк, Өфө ҡалаларына килеп, бер нисә егеткә тейешле документтар тултырып, МХО-ға алып китте. Быны ла ул оҡшатманы. “Мин алғы һыҙыҡҡа сығам, егеттәр менән бергә булам”, - тип баш тартты.

Тәүге тапҡыр һуғышҡа ингән егеттәре юҡ инде хәҙер. Уларға хыянат иткем килмәй, тине. Бер көн улар дүрт кенә кеше разведкаға сыҡты һәм юҡ булды. Шул ваҡытта Зөлмәрә апаһы уларҙың ҡайһы ерҙә ҡамауҙа икәнен геолокация аша табып, был хаҡта командирына хәбәр итте. Ул ҡотҡарыу өсөн көс ебәргән. Шунда балаҡайым утыҙ ике яугир менән ҡотҡарыла. Дошмандарҙың артиллерия уты уларҙы ҡамауҙа тотҡан булған. Шунан сыҡҡас: “Әсәй, мин ҡайтырмын, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырбыҙ”, - тине. Беҙ ҙә ышандыҡ шуға, ҡайтыр, тип көттөк.  Икенсегә Украина яғына машина менән сығалар. Күп тә үтмәй, уларға дрон килеп төшә һәм машина шартлай. Һигеҙ егеттең икәүһе генә тере ҡала: минең улым һәм тағы ла бер урыҫ егете. Бер ваҡытта ла уйламай инем, балам шундай доғалар белә икән, тип. Ләкин үлемде ашаҡлап булмай. Һәләк булғандарҙы күтәреп, теҙеп һалғас, уларға бағышлап аят уҡый. Быны ишеткән теге урыҫ егете тубығымды ҡосаҡлап, эргәмдә ятты, тине. Шул ваҡыт уларҙың эргәһенән үтеп барған машина ултыртып, медицина пунктына алып барып ҡалдыра.

Улыма операция эшләйҙәр. Дрон ярсығы тубығын ярып сығарған була. Өс госпиталдә булғас, уларҙы хәрби эшелонға тейәп, беҙҙең яҡҡа сығаралар. Өс көн килә. “Мин шул тиклем арыным, өйгә ҡайтҡым килә”, - тине балаҡайым. Юлы беҙҙең республика аша үтәсәген белгәс, бер нәмәгә лә ҡарамай, кәрәк нәмәләрҙе йыйып, поезд артынан сыҡтыҡ. Беҙ тәүҙә хәрби эшелон Өфөлә туҡтар, тип уйланыҡ. Унда Зөлмәрә ҡыҙым менән кейәү, Азалия ҡыҙым барыр, тинек. Ә беҙ иптәшем менән Ырымбур яғынан сыҡтыҡ. Бәлки, шунда төшөрөп алып ҡалып булыр, тип уйланыҡ. Ләкин эшелон туҡтаманы. Беҙ уның артынан һигеҙ сәғәт эйәреп барҙыҡ. Балаҡайыбыҙҙы Самаралағы госпиталгә алып киттеләр. Ул күп ҡан юғалтҡан ине. Яраланған һалдаттар шул тиклем күп. Улар араһынан нисек табырбыҙ, икән тип уйланыҡ. Шыуыша ла алмай, күтәрелә лә алмай, микән тинек. Баламды тәрбиәләү өсөн эргәһендә ултырып ҡалырмын, тип барғайным. Шул тиклем яҡшы хәрби госпиталь булып сыҡты. Бер аҙ баланың эргәһендә булдыҡ, ул таяҡҡа таянып атлап йөрөнө. Операция яһар алдынан уға УЗИ, рентген үткәрҙеләр. Ләкин сит илдә эшләнгән дрондарҙың ярсыҡтарын ренген уҡымай икән, шуны аңланым. Балабыҙҙың тубығына операция эшләнеләр, бер нисә ярсыҡты алдылар. Артабан ул Самара эргәһендәге хәрби курортта булды. Һуңынан Өфөгә ҡайтты. Оҙаҡ та тормай ул тағы ла фронтҡа китте. РЭП командаһында разведкала булды.

 “Это мое призвание. Әгәр ҙә мин һуғышҡа инмәһәм, нацистар бит беҙгә килеп етәсәк”, - ти торғайны балаҡайым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы менән шул ҡәҙәр ғорурланды. Ул бала армияға алынманы. Шуға ныҡ ғәрләнә торғайны. Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләне. Бер ваҡытта ла аҡсаға мохтажлыҡ кисермәне. Аҡсаһын туҙҙырып та йөрөгән кеше булманы.  

Марселебеҙ алғы һыҙыҡта булғанда беҙ һәр ваҡыт ғаиләбеҙ менән ураҙаға инәбеҙ. Балам ашамай, ас йөрөгәндә тамағыңа нисек ризыҡ барһын инде? Ҡорбан салдырҙыҡ, мәсеткә алып барып хәйер биреп, ауылдаштарҙы һыйлап торҙоҡ. Ләкин баланың ғүмере ҡыҫҡа булған икән. Эх... Икенсе тапҡыр яраланған ваҡытта, уның жетоны муйынында бар ине. Шул, нимәгәлер өҙөлөпмө, төшөп ҡалған, юғалған. Хәҙер мин Өфөлә саҡта һөйләшеп ултырам. “Балаҡайғынам, һин хәрби заданиеға сығаһың, һинең жетоның да юҡ. Күптәрҙе таба алмайҙар, эҙләйҙәр бит”, - тинем. Ә ул йылмайҙы ла: “Әсәй, мин ҡайтам”, - тине. “Шөкөр балам, ҡайт, ҡайт ҡына. Ләкин шунда ла бит, номер кәрәк һиңә”, - тинем. Һуңғы хәрби заданиеһына ингәндә лә ул жетонһыҙ китте. Шуның алдынан апаһына ла, миңә лә хат яҙҙы. “Әсәй, һин ул ғына тәрбиәләмәнең, һин воин тәрбиәләнең. Мин үҙемдең бурысымды үтәргә тейешмен. Һин һәр ваҡыт эште аҙағына тиклем еткереп үтәргә өйрәттең. Мин хәрби бурысымды ла урынана еткереп, атҡарам. Мин көслөмөн”, - тине. Ә Зөлмәрә апаһына: “Апай, мин юғалып та, бер-бер хәл була ҡалһа, әгәр ҙә һеҙ мине тапһағыҙ, алып ҡайта алһағыҙ, өләсемдең эргәһенә ҡуйығыҙ”, - тигән. Балаҡайым 19 майҙа дүрт егет менән бергә хәрби заданиеға сыға. 23 майҙа балаҡайым үлеп ҡала, дүртәүһе лә...

Ә бит ул 23 майҙа мин йоҡлаған бүлмәмә килде. Ҡапыл ғына елдең елпеүенә күҙемде асһам, минең эргәмдә ул баҫып тора ине. Ҡапыл ғына тороп ултырғайным, юҡҡа сыҡты. Шуға балағынамдың йәне 23 майҙа ауылға ҡайтты, атайым менән әсәйемдең эргәһенә килде, тип гел әйтәм. Зөлмәрә лә 23 май таңға Марселебеҙ балконға килде, тине. Ильяс уны күреп, һиҫкәнеп, ҡурҡып килеп сыҡты, ти. Йән дә ҡайта бит. Балам ҡайтам тип әйтте лә, емертеп ҡайтып етте. Уның кәүҙәһен Зөлмәрәм ике ай эҙләне. Кәрәкле һәр ергә барҙы, шылтыратты, хат яҙҙы. Емертеп ҡайтты бына балағынам. Ул яра онотолмаҫ та инде. Васыят итеп әйткәненсә, уны өләсәһе эргәһенә ҡуйҙыҡ. Матур итеп ҡырҡын уҡыттыҡ. Әле бына мәктәптә “Герой партаһы” астыҡ. Уның кеүек тә матур бала булмай бит ул, Лилиә...

Беҙ һәр ваҡыт ул бала эргәһендә булдыҡ. Отпускыһына ҡайтҡанда Өфөгә барып ауылға алып ҡайттыҡ. Тоцкийға ла, хәрби госпиталдә ятҡанында ла барҙыҡ. Балам, бар инде, беҙгә лә бит һигеҙ сәғәт ҡайтырға кәрәк, тиһәм, әҙерәк кенә, әсәй, ултырайыҡ инде, ти ҙә ҡуя. “Рюкзагыңды ал да, бар, һин артыңа әйләнеп ҡарама йәме, беҙ һине оҙатабыҙ, тура ғына атлап инеп кит”, - тип оҙатып ҡалдыҡ. Тыңланы балаҡайым, тура ғына атлап, поста торғандарға документын күрһәтеп, инеп китте. Артына боролоп ҡараһа, мин уға ҡаршы йүгерер инем, кире ебәрә алмаҫ инем.

Көн-төн Покровск яғындағы фронтты күҙәттек. Атаһы күпме алға сыҡтылар, күпме сиктеләр, бөтә мәғлүмәт менән танышып барҙы. Шуға бына, Лилиә, ҡайтты бит балам. Ҡайтмай, ятып ҡалһа ҡыйын булыр ине. Улар һуғышҡа ингән ерҙе картанан ҡарап ултырғас, аҙаҡтан атаһы: “Ҡайтмаһа, шул фронт һыҙығы буйынса эҙләп китермен, тип уйлағайным”, - тине. Азалиябыҙ әле Өфө хәрби госпиталендә эшләй. Ул да илап: “Тағы ла ярты ай ҡайтмаһа, уның юлынан мин дә контракт төҙөп китермен тип уйлағайным”, - тине. Ҡайтты бит балам. Үҙе теләгәнсә, өләсәһе эргәһенә ятты. Барып күреп торабыҙ. Матур итеп ҡуйҙыҡ. Памятнигын эшләттек. Лилиә, уны ебәрергә лә кәрәкмәгәндер, бәлки, тип ҡаңғырып китәм. Иптәшемде, балаларымды, иламағыҙ ҙа, ул былай ҙа арыны, йәне, тәне арыны. Ул мәңгелек донъяға киткән икән, иламайыҡ, тип тынысландырам да, үҙем илайым...

Марсель Ғәбитов, 24 йәше лә тулмай, батырҙарса һәләк булған. Ул Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радиоэлектрон көрәш системаһының бүлексә командиры, махсус тәғәйенләнештәге подразделениела үҙ бурысын үтәй. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Радиоэлектрон көрәш системаһындағы хеҙмәте өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә.

Марсель Ғәбитов белем алған Әбделкәрим ауылы мәктәбендә уның яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Иҫтәлекле сарала яугирҙең ата-әсәһе, һеңлеһе Азалия, туғандары, уҡытыусылары ҡатнашты. Барыһы ла Марселде кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, эшлекле, тырыш, ҡыйыу егет тип иҫкә алды.

Марселдең атаһына, Фирғәт Ғәбитовҡа, яҙған һуңғы хатынан өҙөк: “Знаешь, папа, я рад, что стал таким. Даже если не стану, ты будешь гордиться тем, что меня таким воспитали...”

- Улым һәр ваҡыт ғәҙел, батыр, ҡыйыу, ижади ҡарашлы булды, - тине Фирғәт Сәхиулла улы. - Бала саҡтан Ватан һаҡсыһы, ғәҙеллек яҡлы булырға тырышты. Теләге тормошҡа ашты балаҡайымдың. Ләкин уның өсөн ул ғүмерен бирҙе...

Сығанаҡ: Лилиә Таҡаева

Фото: ғаилә архивынан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас