Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2025, 18:05

Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде

Күптән түгел Ҡариҙел районы халҡы йыйған гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды.

Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлдеЯугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде

Ҡариҙел районы халҡы йыйған гуманитар ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһенә район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин оҙатып барҙы.

Яугирҙәребеҙгә әйберҙәр үҙҙәренең һорауы буйынса килтерелде. Һөҙөмтәлә алғы һыҙыҡҡа ике автомобиль, мотоциклдар, алты генератор, маскировка селтәрҙәре, рациялар, рower-банктар, бензин бысҡылары, 120 ҡап аҙыҡ-түлек, мейестәр, матрастар, кейем-һалым һәм башҡалар алып барып еткерелде.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин әйтеүенсә, бындай сәфәр - яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәрҙе алып барып еткереү һәм уларға тотош халыҡтың онотмауын, терәк булыуын белдереү ул. “Кәрәкле әйберҙәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр менән бер рәттән, яугирҙәребеҙгә тыуған йорттарының һәм тыуған еренең йылыһын еткерәбеҙ”, - тип белдерҙе етәксе.

Сығанаҡ, фотолар: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Яугирҙәрҙең үтенесе үтәлде
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас