Геройҙар дәүере
22 Декабрь 2025, 10:30

Ҡайтҡас өй һалырға, аттар үрсетергә хыяллана

Яугир  – яҡташтарының ғорурлығы.

Ҡайтҡас өй һалырға, аттар үрсетергә хыялланаҠайтҡас өй һалырға, аттар үрсетергә хыяллана
Ҡайтҡас өй һалырға, аттар үрсетергә хыяллана

Краснокама районына эш сәфәре мәлендә тап иттек махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Фара” тигән позывнойлы Сауыҙ ауылы егетен. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, уның төплө итеп уйлауы, сабырлығы, етдилеге  һоҡландырҙы.

Шулай ҙа дүрт йәшлек улы тураһында һөйләгәндә күҙҙәре янып, йәнләнеп китә.

–Махсус хәрби операцияла йөрөгәндә, әлбиттә, яҡындарым һағындыра.  Улым да шылтыратҡан һайын “Атай, ҡасан ҡайтаһың?” тип көтөп тора.  Ялда сағымда эргәмдән китмәй. “Мин һинең менән” тип, ҡайҙа барһам да, ҡалмай йөрөй. Хәҙер ялға дүрт тапҡыр ҡайттым инде, – ти әңгәмәсем.

Сауыҙ егете 2023 йылдың башында контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Дуҫтарының унда булыуы ла бындай ҡарар ҡабул итеүенә булышлыҡ итә.

– Атайым йәш сағында һалдат хеҙмәтен Молдавияла тыныслыҡ урынлаштырыусы булып үтәгән. Үҙем дә армияла булдым. Һарытау өлкәһендә хеҙмәт иттем. Һәр егет ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш тип уйлайым, сөнки ул яуаплылыҡ тәрбиәләй. Һәр аҙымыңды уйлап ҡына эшләргә, үҙеңдән алда яҡындарыңды хәстәрләргә өйрәтә. Махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүем менән яҡындарым да ғорурлана. Атайымдың ҡулымды ҡыҫып “Ысын ир-егетһең, афарин” тип әйтеүе лә минең өсөн мөһим, – тип һөйләп алып китте  яугир.

Төплө һөнәр ала ул. Нефтекама машиналар эшләү колледжында газ һәм нефть сығарыу буйынса операторлыҡҡа уҡый. Һуңынан ошо һөнәр буйынса эшкә урынлаша. Кәләш алып, ғаилә ҡороп, улын үҫтереп бәхетле йәшәгән мәлендә юллана махсус хәрби операцияға. Ил алдындағы яуаплылығының көслө булыуы ла был аҙымға этәргес бирә. Хәрби тормошҡа  бик тиҙ өйрәнеп китә, унда ул водитель булып хеҙмәт итә.

– Яңы тәртипкә өйрәнеп китеүе ауыр булманы. Бер аҙна тирәһендә барлыҡ эш нескәлектәрен аңлап алдым. Хеҙмәттәштәр менән дә үҙ-ара туғандарса, ышаныслы мөнәсәбәт ҡоролған. Бер класташ дуҫым менән элемтәлә торабыҙ. Ул ялға ҡайтһа, минең атай-әсәйемә, мин ҡайтһам, уның өләсәһенә барып хәл-әхүәлдәрен белешәбеҙ, – тине әңгәмәсем.

Донъялар тынысланып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас башҡара торған әллә күпме хыялдары бар яҡташыбыҙҙың.

– Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә тигән  маҡсатым бар, сөнки атайым да аттар тота. Шуға бала саҡтан һыбай йөрөп, ат сабыштарында ҡатнашып үҫтем. Үҙем тыуып-үҫкән өй эргәһендәге участкала йорт һалып, ауылда төпләнергә тигән ҙур хыялым бар. Улым үҫеп килә, ул да ошо нигеҙҙе һыуытмай ауылда төпләнеп йәшәр тигән ышаныстамын, – тип киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашты яугир.

Тылда терәк ныҡ булғанда еңеүгә ышаныс та ҙур. Ауыл менән бәйләнештең көслө булыуы тураһында ла белдерҙе.

– Ауыл биләмәһе башлығы Эльза Әхиәр ҡыҙы ниндәй ярҙам кәрәк тип минән дә, атай-әсәйемдән дә белешеп тора. Ауыл яғынан посылкалар, уҡыусыларҙың хаттарын алыу күңелгә  көс өҫтәй. Күптән түгел ике туған һеңлемдең хаты килеп эләкте. Ысын күңелдән яҙылған хат, әлбиттә, күңелде йылыта. Уны уҡып сыҡҡас, һағындырып, өйгә ҡайтаһы килеп китте. Ситтә йөрөгәндә тыуған яҡ йыш иҫкә төшә. Әсәйем бешергән бәлештәр һағындыра. Ялға ҡайтҡанда Краснокама биләмәһенә килеп инһәм, бөтә арығандарым онотола, күңелем яҙыла,– ти ул.

Әйткәндәй, был юлы ул ата-әсәһенә хәбәр итмәй ҡайтып төшә. Был яҡындары  өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы яңылыҡ була. Күргәс, нимә әйтергә белмәй аптырап ҡала яҡындары, көтөлмәгән ҡыуаныслы кисерештәргә күмелә һағынышлы осрашыу.

Ялда тыуған ерҙән көс алып, яҡындарына ярҙам итеп йәнә махсус хәрби операцияға юллана Сауыҙ ауылы егете.

– Яуҙағы егеттәрҙең кәйефе көр. Барыһы ла еңеүҙе көтә, - тине ул ышаныслы итеп.

 Автор фотоһы. 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас