Геройҙар дәүере
23 Декабрь 2025, 18:10

“Һис тә үкенмәйем, сөнки ни өсөн барғанымды беләм”

Хәрби зонала бер-береңә ярҙам күрһәтеү – сауаплы  эш. Бер саҡ дрон һөжүменән һуң бина емерелеп төштө. Емереклектәр аҫтында дүрт кешенең ҡалыуы билдәле. Уларҙы азат итеү өсөн бетон плитәһен күтәрергә кәрәк. Ҡайҙан күтәргес табаһың? Беҙ өсәүләп таш-ағастарҙан ерҙе таҙартып, төрлө ярҙам сараларын ҡулланып, плитәне күтәрҙек һәм яугирҙәрҙе алып сыҡтыҡ. Барыһы ла тере!

“Һис тә үкенмәйем, сөнки ни өсөн барғанымды беләм”“Һис тә үкенмәйем, сөнки ни өсөн барғанымды беләм”
“Һис тә үкенмәйем, сөнки ни өсөн барғанымды беләм”

Уға бала саҡта ауыр яҙмыш кисерергә тура килә, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй. Хәрби самбо менән шөғөлләнә, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй.

Егет 2020–2021 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Мәскәүҙә, Росгвардия часында. Хәрбиҙәр дәүләттең юғары дәрәжәле вәкилдәрен һаҡлай, спорт, байрам, дини сараларҙа, митингтарҙа тәртипте күҙәтә.

Махсус хәрби операция башланғас, “Санёк” телевидение тапшырыуҙарын даими ҡарап бара, һуғыш яланында хәлдең ҡырҡыулашыуын күреп борсола, “егеттәргә минең  ярҙамым да артыҡ булмаҫ, барырға кәрәк”, тигән ҡарарға килә.

2022 йылдың апрелендә Салауат ҡалаһының 11 аҫыл егете бер үк ваҡытта контракт төҙөй, уларҙы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонға тәғәйенләйҙәр. Ике ай барған хәрби әҙерлекте “Санёк” Һамар өлкәһендә үтә, ҡоралдарҙың күп төрҙәрен үҙләштерә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, объекттарҙы штурмларға өйрәнә. Август айында техника менән билдәләнгән урынға килеп, уларҙы урынлаштыралар, ҡойма ямғыр аҫтында окоп ҡаҙалар. Дошман уларҙың позицияһынан алыҫ түгел ерҙә оборона тота, минометтан атыуҙары ишетелә.

 Сентябрҙә бөтә батальонды позициялағы ДНР доброволецтарын алмаштырыу өсөн Запорожье өлкәһенә ебәрәләр.

– Дошман окоптары беҙҙән яҡынса 600 метр ерҙә урынлашҡайны, – тип хәтерләй ул көндәрҙе “Санёк”. – Канонада – тәүлек әйләнәһенә, төнө буйы танктар ата, төрлө ҙурлыҡтағы дрондар баш өҫтөнән оса. Траншея буйлап ҡына йөрөйбөҙ, башты күтәрерлек түгел. Дошман беҙҙең позицияларҙы аҙнаһына ике-өс тапҡыр һигеҙ-ун кешелек төркөмдәр менән штурмлай, бөтәһе лә тиерлек ялланып хеҙмәт итеүселәр, украин телендә һөйләшеүҙе ишетмәнек. Беҙ пулеметтар, гранатометтар менән ҡаршы торҙоҡ, һәр кем үҙ эшен белде. Унда беҙҙәге кеүек ҡыш та юҡ, аяҡ аҫты иреү, бысраҡ. Һуғышта һуғыштағы кеүек, юғалтыуҙарһыҙ булмай.

Ярты йылдан һуң ҡаты алыштар барған Лисичанск йүнәлешенә тәғәйенләнеләр. Завод биләмәһенә техника урынлаштырылды, үҙебеҙ –  бина подвалдарында. Бер йыл шунда оборонала торҙоҡ, шулай уҡ штурмлауҙа ҡатнаштыҡ. Штурмға барғанда һәр саҡ тулҡынланаһың, иҫән ҡалырһыңмы был юлы, тип уйланаһың. Һәр кемдең кеҫәһендә – бәләкәй генә икона. Тәүге штурм ваҡытында күкрәгем яраланды, подвалда сисенеп, ярсыҡты тартып алдым, медиктарға мөрәжәғәт итеп торманым. Аҙаҡ та штурмдар булды, бер нисә тапҡырҙан  һуң дошман позицияларын алдыҡ.

Хәрби зонала бер-береңә ярҙам күрһәтеү – сауаплы  эш. Бер саҡ дрон һөжүменән һуң бина емерелеп төштө. Емереклектәр аҫтында дүрт кешенең ҡалыуы билдәле. Уларҙы азат итеү өсөн бетон плитәһен күтәрергә кәрәк. Ҡайҙан күтәргес табаһың? Беҙ өсәүләп таш- ағастарҙан ерҙе таҙартып, төрлө ярҙам сараларын ҡулланып, плитәне күтәрҙек һәм яугирҙәрҙе алып сыҡтыҡ. Барыһы ла тере!

Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә мотоциклдар ҙур ярҙамсы. Бер ваҡыт мотоциклда барғанда өҫтөмә дрон осоп килгәнен шәйләнем һәм ситкә тайпылдым. Ағас төмзөгөнә барып менеп, ҡыуаҡлыҡтар араһына килеп төшкәнмен. Һәм бик ваҡытлы: дрон мотоциклды эләктергән һәм уны  тулыһынса яндырған.

2024 йыл башында ике ай буйы пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса белгеслеккә уҡыным, квадрокоптер менән эшләнем. Һәр саҡ – төндә, эргәмдә – пульт, планшет. Минең бурыс –күҙәтеү. Тылда дошмандың ауыр техникаһын күреп ҡалдыңмы, шунда уҡ уны юҡ итәһең. Пилотһыҙ осоу аппараттарының ниндәй генә төрҙәрендә эшләргә тура килмәне! Минең шәхси рекордым – аппарат менән тылға 11 километрға үтеп инеү. Мәскәү эргәһендәге ҡаласыҡта өс ай буйы йәш яугирҙәрҙе аппараттар менән эш итергә өйрәттем.

Алғы һыҙыҡта 2025 йылдың 12 авгусына тиклем булдым. 11 августа беҙгә ҡаршы дошман дрондары, танктары, артиллерияһы һөжүм итте һәм беҙ дислокацияны алмаштырыу өсөн блиндажды ташлап киттек.  Төндө соҡорҙа үткәрҙек, ә иртән ҡиммәтле ҡорамалды барып алырға кәрәк ине. Иртә менән рюкзак аҫып, блиндажға ыңғайлайым, урман һыҙаты тамамланыу менән нисек минаға баҫҡанымды хәтерләмәйем. Мине иптәштәр соҡорға төшөрҙө, ауыртыуҙы баҫыусы укол яһанылар, аяҡҡа жгут һалдылар. Ике сәғәттән һуң  эвакуация төркөмө килеп етте, улар ярҙамында бер аяҡта биш километр ерҙе үтергә тура килде.  Ваҡытлыса ойошторолған госпиталдә аяҡтың бер өлөшөн ампутацияланылар һәм Ростовтағы госпиталгә оҙаттылар. Аҙаҡ –Волгоградҡа. Аяҡһыҙ ҡалһам да, һис үкенмәнем, сөнки ни өсөн, ҡайҙа барғанымды аңлай инем.

"Хәҙер “Санёк” отпускыла, дауалана. Аяғы йүнәлгәс, протез ҡуясаҡтар. Егет хеҙмәттәштәре менән даими бәйләнештә, уларҙы бәйләүсе ептәр ныҡ һәм ышаныслы", тип яҙа "Выбор" гәзите. Салауаттың батыр егетенә ни бары 23 кенә йәш әле. Барыһы ла алда. Уңыштар һиңә, герой!

Фото: шәхси архивтан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас