

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан һуғыш яланында “Татарин” позывнойын йөрөтөүсе яҡташыбыҙ Садыков Таһир Тәлғәт улы ла бына шундайҙарҙан.
Тыуған илгә хәүеф янағас, батыр егеттәребеҙ именлек һағына баҫты. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ яу яланында ҡалған һалдаттарҙы сыгарыусы булып хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ауылдашыбыҙ миҙал менән бүләкланде.
Илде һаҡлау – һәр ир-егеттең төп бурысы тигән фекерҙә ул. Хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙерҙәр. Дөйөм хәүеф хәрби рухты күтәрә һәм бөтәһен дә хәрби туғанлыҡ менән берләштерә. Тыуған яҡтан, ауылдаштарыбыҙҙан гуманитар ярҙам килеп тороуы, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеүҙәре – үҙе бер ҡыуаныс. Ауылдаштар исеменән ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт еткерә. Ойоҡбаштар, тәмлекәстәр, йыуыныу әйберҙәре, өй күстәнәстәре ҙур ярҙам, тине.
Бында уның ҡайтыуын һәм бәйләнешкә сығыуын, сәләмдәрен ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары көтә, иҫән-һау йөрөүен теләп Хоҙайға изге доғаларын юллай.
Юлиә Билалова.