Геройҙар дәүере
24 Декабрь 2025, 13:45

51 МХО ветеранының өйө яраҡлаштырылған

Йорттар ҡиммәтле ҡоролмалар менән йыһазландырыла, шулай уҡ карауаттар, тренажерҙар, аҡыллы кухнялар һәм хатта шторҙар һатып алына.

51 МХО ветеранының өйө яраҡлаштырылған51 МХО ветеранының өйө яраҡлаштырылған
51 МХО ветеранының өйө яраҡлаштырылған

51 МХО ветеранының өйө яраҡлаштырылған

Башҡортостанда 51 инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветеранының йорто йәшәү өсөн яраҡлаштырылған. Был хаҡта “Башҡортостан” МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге директоры урынбаҫары Ирек Зарипов һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, фонд “аҡыллы йорт” системаһын индереүен дауам итә. Төбәк филиалы командаһы комиссия менән бергә ветерандарҙың фатирҙарын һәм йорттарын тикшерә, һуңынан документтар пакетын эксперт советына ҡарау өсөн тапшыра. Ветерандың торлағы төтөн, һыу һәм газ датчиктары менән йыһазландырыла, шулай уҡ аҡыллы “Алиса” колонкаһы, робот саңһурһырғыс һәм башҡа бик күп ҡулайламалар һатып алына.

"Бөгөнгә 195 бинаны тикшерҙек. Ветерандың торлағын яңыртыуҙың аныҡ суммаһын әйтә алмайым. Беҙ һәр яугирҙе индивидуаль ҡарайбыҙ, был инвалидлыҡ төркөмөнә бәйле. Йорттар ҡиммәтле ҡоролмалар менән йыһазландырыла, шулай уҡ карауаттар, тренажерҙар, аҡыллы кухнялар һәм хатта шторҙар һатып алына. Телефон йәки пульт менән түшәктән тормай идара итергә мөмкин. Был әҙер изделиелар ғына түгел, ә һәр кешенең организмы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған шәхси проекттар”, — тип һөйләне Ирек Зарипов.

Спикер әйтеүенсә, МХО ветерандарының торлаҡтарын яраҡлаштырыу өс айҙан алты айға тиклем дауам итә.

Фото: "Башинформ". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас