

– Беҙ “Данди” менән алдан икешәр аҙналыҡ ике хәрби заданиела булдыҡ. Шул мәлдә икебеҙ генә дошмандарҙың биш блиндажын алдыҡ. Ысыны шулай, дрондар булмаһа, беҙҙең яугирҙәр өсөн бындай ҡул алышы бер ни тормай. Беҙҙең егеттәр тегендә, ысынлап та, юғалып ҡала торғандарҙан түгел, – тип егеттәрҙе маҡтап алды йәш командир “Док”. Шул арала ғорурлыҡ тойғоһо яңынан һағышлы ҡарашына алмашына. Һуғыш мәлен хәтерләүҙәре еңел түгел икәнлеген аңлайым, бер ҡулы менән генә битен ҡаплаған ир-ат һүҙен дауам итә.
– Шул блиндаждарҙы алғас, тағы бер задание бар ине, алға барып, нығытманы алып, киләһе төркөмгә юл асыу. “Данди” менән алдан уҡ килешеп ҡуйҙыҡ. Әсирлеккә эләгерҙәй булһаҡ, йә иһә үлемесле яра алһаҡ, бер-беребеҙҙе юҡ итербеҙ, тик дошман ҡулына эләкмәйбеҙ, тинек. Шулай ҙа йәшәргә теләк көсө, балаларҙы етем ҡалдырмау бурысы беҙҙе тоталыр. Бәлки, яҙмыш шулайҙыр. Хәрби дуҫым “Данди”ға мең рәхмәт, мин һеҙҙең менән.
Сираттағы заданиены үтәгән мәлдә дрондар һөжүменә эләктек. Гранаталар яуа. Бер кешегә – биш дрон. Мине беренсе дрон эләктерҙе. Өс метрға остом, ныҡ яраланып, күп ҡан юғалтып, үлем хәлендә ҡалған сағымда ла хәрби дуҫым “Данди” мине ҡотҡарҙы. Шок хәлендәмен, команда бирә алмайым. Ә ул, бер нисә ай ғына һуғышта булыуына ҡарамаҫтан, үҙен профессиональ яугир итеп күрһәтте. Өҙөлгән ҡулым иңбашымда эленеп тора. Бер нимә ҡалмаған тип әйтерлек, тик ҡан туҡтамай аға. “Данди”ның аяғын икенсе дрон яраланы, тик ул үҙ ҡайғыһын онотоп, миңә беренсе ярҙам күрһәтте. Иҙелгән ҡулымды тиҙ генә ҡайсы менән ҡырҡып алды, ныҡ итеп бәйләп ҡанын туҡтатты. Шул арала доға ҡылам... Ниндәйен хәтерләгәнемде шок хәлендә белмәйем, әммә һис туҡтамай уҡыным. “Данди” ауыртыуҙы баҫа торған укол яһаны ла:
– Хәҙер кире сигенһәк, икенсе төркөмгә юл асылмай. Әгәр алға барһаҡ, һинең хәлең насар. Мин һине үлтермәйем, үҙең генә беҙҙекеләргә табан шыуыш, ә мин алға киттем, ваҡыт аҙ, – тине.
Бер нисә минут эсендә ул, миңә үҙебеҙҙекеләргә китеү мөмкинлеген ҡараштырып, шыуышыу юлын күрһәтте лә үҙе генә алға ынтылды. Шул көндән һуң уны күрмәнем. Ишетеүем буйынса икенсе көндә ул штурм төркөмөн етәкләгән һәм хәрби заданиены үтәгән. Икенсе тапҡыр алған яраһы үлемесле булған, – тип шымып ҡалды “Док” һәм тауышы ҡалтыранып дауам итте. – Һөжүм мәлендә һәр минут самалы, һәр һулыш ҡурҡыныс. Баш осонда ҡайнаған дрондарҙы “алдап”, биш көн шыуыштым. “Данди” үҙе лә яраланған ине, тик миңә “Йәшәргә тырыш, беҙҙекеләргә ҡарай шыуыш” тине.
Шулай тип һөйләй командир “Док” яҡташыбыҙ Данис Хисаметдинов тураһында.
Кем белә лә, кем тоя. “Док” хәтирәләргә бирелгәндә ҡулдары ҡалтырап, йөҙө ҡыҙара. Әлбиттә, шундай ауыр мәлде иҫкә алып, яңынан һөйләүе ҡыйын. Ҡот осҡос алыш мәлен ҡайтанан күҙ алдынан үткәреүе йәш командирға ауыр бирелгәндер. Бер нисә сәғәт яу мәлендә гвардия рядовойы Данистың командир ғүмерен үҙенекенән өҫтөнөрәк ҡуйыуының сәбәбен аңлап та өлгөрмәгәндер әле йәш командир. Ағайҙарса йәш кешене һаҡлап ҡалыу теләге лә булғандыр инде.
“Док” үҙе балалар йортонан. Уны, бәләкәй генә урыҫ малайын, татар ғаиләһе алып үҫтергән, шуға күрә ул православие динендә булһа ла, мосолман доғаларын яттан белә. Ғүмеренең һаҡланып ҡалыуын да, Аллаһҡа ышанып, доғалар ҡылыуы менән бәйләй ул.
Бер ҡулһыҙ ҡалған, ябыҡҡан йәш командирҙың йөҙөндә лә батырлыҡ сырайы һиҙелә. “Док”тың ҡулы булһа, һуғышта ҡалып, “Данди” өсөн мотлаҡ ҡон алыр ине, тип уйлап алам. Шул арала ул минең уйҙарымды уҡыған кеүек: “Хәҙер яңы ҡул ҡуялар, ошо арала протез ҡуйҙырам да тағы һуғышҡа китәм”, – тине.
Данистың тормош юлы, бала сағы тураһында “Док” бер нимә лә белмәй, сөнки уларҙың танышлығы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ҡыҫҡа булған. “Данди”ның бер туған ағаһы, Нәғим Әҡсән улы, ҡустыһы тураһында һөйләгәнде йәш командир үкенес менән тыңлай төҫлө.
“Данди”ның ҡыҫҡа ғына хәрби юлында бер нисә минут эсендә минометтан уны ҡотҡарып, шул арала гранатанан алған яраһын бәйләп, үҙе яралы килеш уны хәүефһеҙ урынға килтереүе – бер нисә минут эсендә эшләнгән батырлыҡ. Ул минуттар “Док”тың хәтеренә мәңгегә уйылған, ниндәй тетрәнеүҙәр кисергәнен үҙе генә белә. Аҙ һүҙле егет шул арала бер нисә йылға ҡартайғандай тойола. Күптәр шулай хәрби дуҫтарын юҡһыналыр... Беҙ уны Нәғим Әҡсән улы менән оҙатып ҡуйҙыҡ. Шул арала Нәғим Әҡсән улы ҡустыһы тураһында хәтирәләрен уртаҡлашты.
– Мин махсус хәрби операцияға ярҙам итә башланым, шул мәлдә Данис та һуғышта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Мин, әлбиттә, уны туҡтатманым, тик барлыҡ ауырлыҡтарҙы, һөжүм нескәлектәре тураһында һөйләнем. Улдары Русланды, Артемды, Тәлғәтте, киленде ҡалдырып, ҡустым һуғышҡа үҙе теләп китте. Данис штурмдағыларҙың ғүмеренең оҙон булмаҫын белә ине. Бер уйлаһың, бала саҡтан шулай батыр йөрәкле, физик эштән ҡурҡмай торған кеше булды. Бәлки, уның кеүек ҡаһарман йөрәкле кешеләр һуғыштарҙа беҙҙе һаҡлар өсөн тыуалыр ҙа.
Беҙ Нуриман районының Павловка ауылында тыуып үҫтек. Данис ғаиләлә кинйә бала булды. Ғаиләбеҙ йорт төҙөгәндә уға ете йәш ине, шул мәлдә лә ул уйнап йөрөмәне, кирбес ташып ярҙам итте. Эшкә шәп булды Данис, – тип хәтерләй Нәғим Әҡсән улы.
Данис Хисаметдинов Көнсығыш иҡтисади университетын уңышлы тамамлаған. Батыр йөрәкле егет хәл иткес ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай һәм Ватан һағына баҫа. Һуғыш мәлендә 30 йәшлек командирын ҡотҡарып, ул хәрби заданиены лайыҡлы үтәй. Хәрби частың “Ҡара гусарҙар” һөжүм төркөмө, Суворов орденлы 15-се Гвардия мотоуҡсылар бригадаһы гвардия рядовойы Данис Әҡсән улы Хисаметдиновтың алдында был батырлығы өсөн баш эйәйек! Батырҙарҙың ҡәҙерен белеп, уларҙың рухтарын шатландырып, ҡылған батырлыҡтарын баһалап, орден-миҙалдар тапшырыуҙы кисектермәһәләр ине.
Автор: Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.
Өфө ҡалаһы.