Геройҙар дәүере
26 Декабрь 2025, 10:00

Илшат электр коляскаһы алып ҡыуанды

Мәләүез ҡалаһында йәшәгән МХО ветераны Илшат Әлимғужинға “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов килеп ҡайтҡанына өс аҙна ла үтмәне, уға махсус электр коляскаһы тапшырҙылар.

Илшат электр коляскаһы алып ҡыуандыИлшат электр коляскаһы алып ҡыуанды
Илшат электр коляскаһы алып ҡыуанды

Илшат электр коляскаһы алып ҡыуанды

Ватанды һаҡлаусылар фондының республика филиалы инвалид ветерандарҙың торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы дауам итә. Яугирҙәрҙең торлаҡтарын тикшереү өсөн социаль координаторҙар муниципаль комиссия менән берлектә райондар буйлап йөрөй.

Мәләүез ҡалаһында йәшәгән ветеран Илшат Әлимғужинға “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов килеп ҡайтҡанына өс аҙна ла үтмәне, уға махсус электр коляска килтереп тапшырҙылар.

“Колясканың төймәһенә баҫыу менән хәрәкәткә килә. Балалар менән урамға сығып ял итеү мөмкинлеге тыуҙы. Быға бигерәк тә балаларым ҡыуана”, - ти МХО ветераны. Мәктәп уҡыусыларының класс етәксеһе менән килеп хәл белеүенә, һәр яҡлап иғтибар үҙәгендә булыуына яугир шулай уҡ рәхмәтен еткерҙе.

Башҡортостанда МХО яугирҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау өсөн барыһын да эшләйҙәр. Республикала 50-нән ашыу ярҙам сараһы эшләй, улар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының бөтә ихтыяждарын хәл итеү маҡсатында булдырылған. 

Фото: Илшат Әлимғужиндың шәхси альбомынан. 

Әҡлимә Имамова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Илшат электр коляскаһы алып ҡыуанды
Илшат электр коляскаһы алып ҡыуанды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас