Геройҙар дәүере
26 Декабрь 2025, 15:30

Яугирҙең үтенесе хәл ителде

"Ни өсөн хәҙер һалҡын ҡыш еткәс эшкә тотондоғоҙ, тип әйтеүселәр булыр. Аңлатам..."

Яугирҙең үтенесе хәл ителдеЯугирҙең үтенесе хәл ителде
Яугирҙең үтенесе хәл ителде

Балтас районының Тусыбай ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан байтаҡ ир-егет бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Урындағы етәкселек улар менән даими бәйләнеш тотоп, ярҙам итергә, үтенестәрен ҡәнәғәтләндерергә тырыша.

“Ошо көндәрҙә Иҫке Ҡарғалы ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең үтенесе буйынса Колхоз урамына нигеҙ һалынды, – тип хәбәр итә Тусыбай ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Ғәфүров. – Ни өсөн хәҙер һалҡын ҡыш еткәс эшкә тотондоғоҙ, тип әйтеүселәр булыр. Аңлатам, сөнки йәй көнө 30 тонналыҡ "КамАЗ" машиналары был урамдан йөрөй алмай. Урамдың бер өлөшө һаҙлы, батҡаҡ”.

Шуға күрә юл һалыу эшен ҡышҡы миҙгелдә башларға уйлаған етәкселәр. Башлаған эш – бөткән эш. Яҡташтарға ырамлы эш, яҡшы юлдар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

 Фото: “Балтач таңнары”гәзите сайтынан.

 

 

Яугирҙең үтенесе хәл ителде
Яугирҙең үтенесе хәл ителде
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас