Геройҙар дәүере
26 Декабрь 2025, 20:15

Балаларҙы һөйөндөрҙөләр

 Эшҡыуарҙар, Донецк балалар йортонда булып, бында тәрбиәләнгән 19 бала менән танышты.  

Балаларҙы һөйөндөрҙөләрБалаларҙы һөйөндөрҙөләр
Балаларҙы һөйөндөрҙөләр

Туймазы эшҡыуарҙары Ратмир Фәррәхов һәм Роман Ахундов махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк илтте. Яугирҙәргә улар квадрокоптер, йылы кейем, аҙыҡ-түлек тапшырҙы. Шулай уҡ Донецк балалар йортонда булып, бында тәрбиәләнгән 19 бала менән таныштылар.  

Туймазы эшҡыуарҙары уларҙың һәр береһенә бүләктәр, тәмлекәстәр, уйынсыҡтар, ижад итеү өсөн материалдар килтергән.

Балалар ҡунаҡтарға шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, бүләктәре өсөн рәхмәт әйтте. Был эшҡыуарҙарҙың беренсе сәфәре түгел, быйыл улар яугирҙәргә “Нива”, “УАЗ” автомобилдәрен, маскировка селтәрҙәрен һәм ирекмәндәр әҙерләгән костюмдарҙы тапшырҙы.

Фото: ”Туймазинский вестник” сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас