+21 °С
Болотло


Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Алтай" ҡушаматлы яугир кәләш әйттергән.
Йәштәрҙе ауылдың "Туржы ынйылары" фольклор коллективы килен төшөрөү йолаһын атҡарып, бәхетле, мөхәббәтле тормош, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға берҙәмлек, ҡыуаныслы туғанлыҡ теләп ҡаршы алған.
Аҡ ҡышта өйләнешкән кейәү-кәләшкә аҡ бәхеттәр теләйек!
"Алтай" имен-һау, еңеү яулап тыуған яҡҡа ҡайтһын.
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!