

Башҡортостандан Дилшод Юнысов – махсус хәрби операция яугире, «Башҡортостан» полкының матди тәьминәт ротаһы старшинаһы.
Сержант Юнысов Украина ҡораллы көстәренең Торск йүнәлешендәге терәк пунктына һөжүм итеүҙә, доброволец булараҡ, ҡатнашырға теләк белдерә.
Хәрәкәт итеүҙе һиҙеп, дошман яугирҙәребеҙгә ҡарата аяуһыҙ ут аса һәм дрондар һөжүмен башлай. Бер нисә хәрби хеҙмәткәр ҡаты яраланғас, Дилшод Юнысов, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә һәм хәүефһеҙ урынға эвакуациялай. Был егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Дилшод Юнысов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Башҡортостан үҙенең батыр егеттәре менән ғорурлана. МХО-лағы яугирҙәребеҙҙең барыһына ла рухи ныҡлыҡ, именлек һәм тыуған яҡтарға тиҙерәк еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Сығанаҡ: t.me/bashbat02
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!