Геройҙар дәүере
6 Ғинуар , 08:30

“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”

Мөнирә апай Ишмөхәмәтова ейән-ейәнсәрҙәренән йыуаныс табып йәшәй

“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”
“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”

Көслө. Ирек һөйөүсән. Хәстәрлекле ул, ағай, ҡусты. Ышаныслы ғаилә башлығы. Яратҡан атай. Шундай итеп хәтерләй Рөстәм Ишмөхәмәтовты ауылдаштары. Беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, ярҙам итте, һис ниндәй ауырлыҡтан ҡурҡмай, алға барырға әйҙәне, тиҙәр.

Тик барыһы ла үткән заманда бәйән ителә... 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юлланған Рөстәм Ғәләүетдин улы ике йылдан һәләк була...

“Ғашиҡ ҡыҙҙар тынғы бирмәҫ ине...”

Архангел районының Тәүәкәс ауылынан Мөнирә һәм Ғәләүетдин Ишмөхәмәтовтар бер ҡыҙ, өс ул үҫтерә. Нурзилә, Рөстәм, Нияз, Илсур – барыһы ла ата-әсәһе кеүек уңған, ярҙамсыл булып буй еткерә. Ҡыҙҙары уҡытыусы һөнәрен һайлай. Өлкән улдары Рөстәм дә Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә.

– Был һөнәре буйынса аҙ ғына эшләп өлгөрҙө. Артабан – хәрби хеҙмәт, Чечня... – тип өлкән улының йәшлеген хәтергә төшөрҙө Мөнирә апай. – Рөстәм, иҫләйһеңдер (ул Тәүәкәс ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Иштуғановҡа өндәште), һеҙҙе лә мәктәптә бер аҙ уҡытты бит. Баҫҡан урынында ут сәсрәтер, гел ниндәйҙер идеялар менән янып торор, рухлы, мыҡты кәүҙәле... Ғашиҡ ҡыҙҙар тынғы бирмәҫ ине үҙенә, эйе бит?..

Чечнянан һуң хәрби хәрәкәттәр ветераны Рөстәм Ғәләүетдин улы бер аҙ Өфөлә эшләй ҙә, тыуған яғына ҡайтып, ошо Тәүәкәс ауылы биләмәһенә ингән Приуральела ғаиләһе менән ныҡлы төпләнеп, матур йәшәп алып китә. Шунда уҡ үҙ кәсебен – тәҙрә эшләү цехын асып ебәрә.

– Йүнселдең йүнселе ине Рөстәм ағай, – тип хәтергә алды ауыл хакимиәте башлығы. – Көн дә юлда. Архангел менән Өфө, башҡа ҡалалар, төбәктәр араһын әллә күпме үткәндер. Үҙенең йөк машинаһы булды. Ауыл халҡының төрлө нәмә алып ҡайтыу, ташыу буйынса йомоштарын бушлай башҡарыр ине. Шулай ныҡ ярҙамсыл, хәстәрлекле булды. Тәүәкәс ауыл Советы депутаты бурыстарын ихлас атҡарҙы, төрлө саралар ойоштороу өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтер ине. Уны, ышаныслы терәк-таянысыбыҙҙы, шул ҡәҙәр ҡәҙәр хөрмәт иттек, яраттыҡ. Тыуған ауылы Тәүәкәстә лә ике ҡатлы ҙур йорт һалғайны, хәҙер буш тора...

Хәрби хәрәкәттәр ветераны Рөстәм Ишмөхәмәтов 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана. 428-се мотоуҡсылар полкында батальон командиры булараҡ, “Рөстәмбәк” Донецк, Луганск республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре биләмәләрендә хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Ҡаһарман яҡташыбыҙ “Суворов ”, “Жуков”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм 428-се полктың төрлө миҙалдары менән наградлана. Ғаиләһен, туғандарын, барлыҡ райондаштарын ҡара ҡайғыға һалып, 2024 йылдың 9 октябрендә һәләк була... Батырлыҡ орденын яҡындарына тапшыралар.

– Шундай ауыр саҡта яҡташтарыбыҙ, барлыҡ ауылдаштарыбыҙ ныҡ ярҙам итте, – ти Мөнирә Миңлеғәли ҡыҙы. – Аҙаҡ улымдың йыллығын уҡытҡанда ла урындағы имам-хатип Рим Солтанов бөтә ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алып, ҡорбандар салып, аятты мәсеттә ҙур итеп уҙғарҙы. Халыҡ шул ҡәҙәр күп булды. Улыма ҡарата хөрмәт, уның изгелектәренә рәхмәтле булыуҙың сағылышы инде был. Аллаһ һәммәбеҙгә сауаптарын насип итһен, доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен ине.

 “Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә

Уның данын, намыҫын яҡланы.

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”, – шағир Мәлих Харистың ошо шиғри юлдары гел күңелемдә йөрөнө, әле лә шулай. Әҙәм балаһы йөрәгенә тыныслыҡ табырға ынтылғанда тәү сиратта доғаларҙан һәм әҙәбиәтебеҙҙәге мәңгелек әҫәрҙәрҙән таяныс таба. Улар – ышаныслы дауа.     

Килендәре – ныҡлы терәге

Мөнирә апайҙың ире Ғәләүетдин ағай байтаҡ йылдар элек вафат булған. Ике ныҡлы терәген юғалтҡан әсәне, Аллаға шөкөр, яҙмыш һынауҙарында яңғыҙ ҡалдырмайҙар.

– Әле бына, һеҙ килер алдынан ғына, телефондан киленем Гөлнара – Рөстәмдең ҡатыны менән һөйләшеп алғайным, – тип дауам итте Мөнирә Миңлеғәли ҡыҙы. – Ул ике бала менән ҡалды инде. Күрше Приуральела йәшәйҙәр. Өлкәне, улы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлап, әле Ҡазанда юғары уҡыу йортонда белем ала. Ҡыҙыбыҙ 6-сы класта, көн дә Архангелгә йөрөп уҡый. Ғөмүмән, мин, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр, килендәремдән уңдым. Улар менән көн дә һөйләшеп, хәл белешеп, кәңәшләшеп йәшәйбеҙ.

Мөнирә Миңлеғәли ҡыҙының икенсе улы Нияз да күптән махсус хәрби операция биләмәһендә.

– Бына эргәмдә йүгереп йөрөгән ҡыҙсыҡ – Нияз улымдыҡы, – тип ейәнсәренә һөйөп баҡты Мөнирә апай. – Уларҙың да ике балаһы бар, үҙебеҙҙә, Тәүәкәстә, төпләнделәр. Күрше генә йәшәйбеҙ. Киленебеҙ – инглиз теле уҡытыусыһы. Әле декрет ялында. Улым Нияз менән хәбәрләшеп торабыҙ. Имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, тип доғалар уҡып, Аллаһтан көн дә ялбарып һорайым. Әйткәндәй, уның позывнойы – “Жан”. Ҡустыһы Илсур бәләкәй сағында ағаһының исемен әйтә белмәй, “Жан ағай” тиер ине, шул “йәбеште” лә ҡуйҙы инде.

Мөнирә апай кинйә улы Илсурҙың ғаиләһе, бәләкәй килене менән дә даими аралашып йәшәй, уңыштары өсөн ихлас ҡыуана. Улар Өфө ҡалаһында ғүмер итә, ике бала үҫтерә икән. “Бөгөнгө мәғариф өлкәһенең йәш быуын өсөн ҙур мөмкинлектәр асыуына һөйөнәм. Баш ҡалабыҙҙағы, үҙебеҙҙең Архангелдәге барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрем бәләкәйҙән төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, бөтә яҡлап үҫешә. Һәммәһенең уңыштарын, конкурстарҙа еңеүҙәрен күреп, күңелемә йыуаныс алып йәшәйем”, – ти Мөнирә апай.

Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған өлкән ҡыҙҙары Нурсилә хәҙер инде – күп йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған алдынғы уҡытыусы. Өс ул әсәһе.

– Ҡыҙым, үҙемә оҡшап, тынғыһыҙ, талапсан, ғәҙеллек һөйгән кеше. Әүҙем йәмәғәтсе лә, – ти ғүмер буйы ауыл хакимиәтендә эшләгән Мөнирә Миңлеғәли ҡыҙы. – Гел халыҡ араһында ҡайнап йәшәгәс, балаларым да үҙем кеүек булып үҫкән инде. Әле бына, ауыр ҡайғылар күреп, сәләмәтлегем ҡаҡшаһа ла, әүҙем тормош алып барырға тырышам. Ауылыбыҙҙағы Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһымын, бергәләп һәр сарала, байрамдарҙа ҡатнашырға, сығыш яһарға тырышабыҙ. Урындағы ирекмәндәр менән күмәкләшеп маскировка селтәрҙәре лә үрәбеҙ. “Уландарыбыҙ, барлыҡ яугирҙәр махсус хәрби операция биләмәһенән имен-аман ғына әйләнеп ҡайтһын, донъяға тыныслыҡ килһен, киләсәгебеҙ яҡты булһын” тип теләй-теләй үрәбеҙ селтәрҙәрҙе. Был беҙҙең өсөн эш кенә түгел, аралашыу, күңел яраларын “ямау” мөмкинлеге лә. Мәсеткә лә күпләп йөрөйбөҙ. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында – Ул ихлас доғаларыбыҙҙы, ялбарыуҙарыбыҙҙы ишетһен, ҡабул итһен, яҡты көндәр килһен, иншаллаһ.

Фотоларҙа: 1. Мөнирә Ишмөхәмәтова. 2. Рөстәм Ишмөхәмәтов иҫтәлегенә асылған Герой партаһы янында.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”
“Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас