

“Көнбайыш” ғәскәрҙәр төркөмөнөң 25-се дөйөм ғәскәр армияһының штурм взводы командиры “Люк” хәрби юлын снайпер булып башлай, Краснолиман йүнәлешендәге ҡуйы урмандарҙа бурыстар үтәй.
– СВД винтовкаһы менән алғы һыҙыҡта йүгереп йөрөү ҡурҡыныс ине. Бөтә урманды яңғыратып берҙе атаһың һәм шунда уҡ һинең артыңдан һунар башлана. Барыһы ла һине юҡ итергә тырыша, – тип һөйләй яугир.
Хеҙмәт итеү осоронда "Люк" ике тапҡыр яралана, әммә һәр тапҡыр сафҡа кире ҡайта. Йәрәхәттәренән һауыҡҡас, хәрби хеҙмәткәр хыялын тормошҡа ашырыр өсөн уҡый һәм офицер званиеһын ала. Бөгөн командир үҙенең баһалап бөткөһөҙ ябай яугир тәжрибәһен штурмлау төркөмдәрен дөрөҫ идара итеү өсөн файҙалана.
Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “Люк” “Батырлыҡ өсөн” һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнә.
"Башкирский батальон" телеграм-каналы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!