

Яңы йыл алдынан республика Хөкүмәте йортонда махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына йомғаҡ яһалды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Ведомство-ара комиссияның йомғаҡлау ултырышын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов үткәрҙе.
– Быйыл яҡташтарыбыҙға – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн ныҡлы нигеҙ һалынды. Уларҙың һәр береһе шуны белергә тейеш: республика тыныс тормошҡа ҡайтыуҙың һәр этабында ярҙам итергә әҙер. 2026 йылда Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ярҙам үҙәктәрен булдырыу беҙҙең төп бурыс булып тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Хәбибов.
Вице-премьер билдәләүенсә, бөгөн бындай үҙәктәр Башҡортостандың 27 район һәм ҡалаһында эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһында психологик һәм юридик ярҙам кабинеттары, граждандарҙы ҡабул итеү һәм ял бүлмәләре бар.
- 2026 йылға улар республиканың барлыҡ 63 муниципалитетында эшләй башлаясаҡ. Төп бурыс – МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән системалы эшләү: консультация биреүҙән алып эшкә урынлашыуға, гражданлыҡ тормошона яраҡлашыуға, медицина һәм психологик реабилитациялауға тиклем булышлыҡ күрһәтеү. МХО-нан ҡайтҡан яҡташтарҙы социалләштереүгә һәм уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ, - тине Руслан Хәбибов.
Сығанаҡ: mintrud.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!