

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын ябыуға арналған “Герой партаһы”н асыу тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡтар: геройҙың тормош иптәше Любовь Мигунова, Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров, ветеран-афғансы Ринат Рәхмәтуллин, махсус хәрби операция яугирҙәре Илья Макаров, Эльдар Басиров һәм Энерик Князев ҡатнашты.
“Герой партаһы”н Геройҙың тормош иптәше Любовь Александровна менән мәктәп директоры Фәнүзә Йәнешева асты һәм иң тәүгеләрҙән булып был партала ултырыу почётлы хоҡуғы 12-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, ижади конкурстарҙа, мәктәп театрында, “Обилимпикс” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатында әүҙем ҡатнашыусы, район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа мәктәп данын яҡлаусы, мәктәп ғорурлығы булып торған Полина Аҫылбаеваға бирелде. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Сығанаҡ, фото: “Табын” гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!