Башҡортостан Хөкүмәтенең быйылғы беренсе ултырышы күңелле ваҡиға – геройҙы бүләкләү тантанаһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы указы менән махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән Көньяҡ хәрби округының 49-сы армияһы мотоуҡсылар полктарының береһе командиры полковник Ринат Ибраһимов бүләкләнде.
– Беҙҙең эшебеҙҙе баһалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Фронтҡа һәм һалдаттарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Ә беҙҙең бурыс — Башҡортостан улдарын иҫән һәм сәләмәт килеш ғаиләләргә ҡайтарыу, – тине Ринат Ибраһимов.
Офицер Радий Хәбировҡа полк билдәһен бүләк итте. Ул – гладиус рәүешендәге боронғо рим ҡылысы.
– Үҙегеҙҙе, яугирҙәрҙе һаҡлағыҙ. Махсус хәрби операция тамамланғас, һеҙҙе көтәбеҙ. Барығыҙ ҙа гражданлыҡ тормошона ҡайтып, тыныс тормошта эшләр ваҡыт етер, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!