

Фидан Ишморатов – махсус хәрби операция яугире, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны танк командиры.
Һуғыштарҙың береһе мәлендә кесе сержант Ишморатов танктан дошмандың тере көстәренә һәм нығытмаларына ҡаршы сәпкә тейгән теүәл ут аса. Былар барыһы ла артиллерия уты һәм һауала бер туҡтауһыҙ өйрөлгән дрондар һөжүме аҫтында бара. Хәрби бурысын теүәл үтәгәне, ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Фидан Ишморатов Луганск Халыҡ Республикаһының «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Башҡортостан үҙ геройҙары менән ғорурлана. Фидан Ишморатовҡа ла “Афарин!” тибеҙ һәм тыуған төйәгенә, яҡындары янына имен-аман еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.
Сығанаҡ: t.me/bashbat02
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!