Геройҙар дәүере
13 Ғинуар , 05:30

"Апут" дошманға тыныс йәшәргә бирмәгән

Яҡташыбыҙ илебеҙгә дошман баҫып инмәһен өсөн ҡулына ҡорал алған

"Апут" дошманға тыныс йәшәргә бирмәгән"Апут" дошманға тыныс йәшәргә бирмәгән
"Апут" дошманға тыныс йәшәргә бирмәгән

Балаҡатай районы егеттәренең махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡтар күрһәтеүе тураһында ишетеп-белеп торабыҙ. Мәҫәлән, "Апут" позывнойлы яҡташыбыҙ илебеҙгә дошман баҫып инмәһен өсөн ҡулына ҡорал алған.

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова Ватан һаҡсыһы менән осрашҡан. Лилиә Рәмил ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, балаҡатайҙарҙың арыҫлан йөрәкле булыуы ҡыуандыра ла, һоҡландыра ла. "Апут" дошманға тыныс йәшәргә бирмәгән. Әйткәндәй, һалдат илбаҫарҙар менән тиңһеҙ алышта ҡаты яраланған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына киренән баҫҡан. Бары тик врачтарҙың кәңәше менән Балаҡатай егете демобилизацияланған.

Рәсәй һаҡсыһының исем-шәрифе – Вадим Ғәлиуллин. Гуманитар ылау оҙатҡаны, унда барып хәлдәрен белеп торғаны өсөн, ғөмүмән, фронтҡа төрлө яҡлап ярҙам иткәне өсөн Вадим Александрович барыһына ла сикһеҙ рәхмәтле.

– Бөгөн өйҙәмен, ғаиләм менән бергәмен, – тип һөйләй Вадим Ғәлиуллин. – Хәҙер инде эшкә урынлашырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта яуҙаштарыма ярҙам тураһында ла онотмаясаҡмын. Ә инде Еңеүҙең беҙҙең яҡта икәненә тамсы ла шигем юҡ.  

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас