Геройҙар дәүере
20 Ғинуар , 08:25

“Ҡара генерал”дың тыуыуына – 105 йыл

Бөгөн легендар разведчик һәм Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, Гитлерҙың шәхси дошманы Даян Баян улы Мурзиндың тыуыуына 105 йыл тулды.

“Ҡара генерал”дың тыуыуына – 105 йыл“Ҡара генерал”дың тыуыуына – 105 йыл
“Ҡара генерал”дың тыуыуына – 105 йыл

Бөгөн легендар разведчик һәм Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, Гитлерҙың шәхси дошманы Даян Баян улы Мурзиндың тыуыуына 105 йыл тулды. Даян Мурзин 2021 йылдың 20 ғинуарында  Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылында тыуған. 1940 йылда Кушнаренко  педагогия училищеһын тамамлағас, Туҡағол мәктәбендә директор булып эшләй.

1941 йылдың майында Мурзин Балтик буйы хәрби округында взвод командирҙары курсын тамамлай . 19 июндә ул сик буйына килә һәм өс  көндән һуң һуғыш та башлана.  Шауляй ҡалаһы эргәһендәге ауыр һуғыштарҙа ул яралана һәм әсиргә эләгә. Әммә Мурзин бирешмәй, ул өс разведка мәктәбен үтә, шул иҫәптән – немецтарҙыҡын.

1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына саҡлы ул нацистар хәрби әсирҙәрҙән ойошторған Төркөстан легионынның агенты була. Бер юлы Даян Мурзин, бында “үҙ кеше” булараҡ, разведка мәғлүмәттәре лә йыя.

1943 йылдың декабрендә Мурзин  разведкасылар төркөмө менән бергә В.М.Молотов исемендәге партизан отряды ойоштора. Отряд Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләрендә, Молдавияла  хәрәкәт итә. Улар күперҙәрҙе, техника тейәгән эшелондарҙы шартлата һәм оккупанттарға ҡаршы диверсиялар үткәрә.

Артабан Мурзин Украина партизандар хәрәкәтенең Махсус мәктәбендә уҡый. Был уны һуғыштағы төп роленә әҙерләй.

1944 йылдың авгусында Даян Мурзин  Словакияға партизандар хәрәкәте ойоштороу өсөн ебәрелә. Ул етәкселек иткән Ян Жидка исемендәге интернациональ партизандар бригадаһы биш мең кешегә етә. Бригада фашистарҙың ҡотон осора, поездар һәм складтарҙы шартлата, концлагерҙарҙан әсирҙәрҙе азат итә. Ҡуңғыр төҫтә һәм тотолмаған өсөн Мурзинды “Ҡара генерал” тип атайҙар.  

Гитлер уны үҙенең шәхси дошманы тип иғлан итә һәм тотоп биреүсегә 100 000 рейхсмарка вәғәҙә итә. Бригада Словак милли баш күтәреүендә ҡатнаша һәм нацистарҙы ғәйәт ҙур юғалтыуҙарға дусар итә.

1945 йылда Мурзин демобилизациялана һәм Башҡортостанға ҡайта. Ул уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләүен дауам итә, баҫалҡы йәшәй. Герой булһа ла, СССР-ҙа ул оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалып килә – моғайын, Төркөстан легионында эшләгәне өсөндөр. Мурзинға Чехословакия Геройы исеме бирелә, союздаштарҙан ордендар ала, Чехияның һәм Словакияның 16 ҡалаһының  почетлы гражданы итеп таныла.Ул 2012 йылда Өфөлә 92-се йәшендә вафат була.

Фото: “Башҡортостан батальоны” сайтынан.

 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас