Һәр һалдаттың тыуған яғына отпускыға ҡайтыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Краснокама районының Ҡуян ауылы батыры Андрей Юзаев та бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған.
Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, Андрей Сергеевич һис кенә лә ситтә ҡала алмаған һәм ике уйламай шунда уҡ Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөгән. Артабан күпмелер ваҡыт хәрби әҙерлек үткәс, яҡташыбыҙҙы һөжүмселәр төркөмөнә беркетеп тә ҡуйғандар.
– Әсәйҙәрҙебеҙҙең, кәләштәребеҙҙең, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәше түгелмәһен өсөн ҡулыбыҙға ҡорал алдыҡ, – ти һалдат. – Һәр беребеҙ тыныслыҡ теләй. Һәр хәрби тыуған яғына тиҙерәк һәм Еңеү менән ҡайтһын!
Андрей Юзаев – үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн ысын мәғәнәһендә батырлыҡ өлгөһө. Краснокама районы егетенең Ватанды һаҡлау йәһәтенән ҡыйыу аҙым яһауы – ғорурлыҡ та, маҡтаулы ла.
Әйткәндәй, Андрей Сергеевичтың ҡартатаһы Владимир Кәләев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Фото: Резеда Әхмәрова.