

Салауат районында тыуып үҫкән Рөстәм Фәхриев яҡташтарын алғы һыҙыҡтан Яңы йыл менән менән ҡотланы. 2024 йылдың декабренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән контрактсы ысын батырлыҡ күрһәтә.
Донецк халыҡ республикаһында урынлашҡан ауылдарҙың береһен азат иткәндә ул дошмандың ут нөктәһен таба һәм бер үҙе штурмға сыға.
Уның тәүәккәл һәм көтөлмәгән һөжүме дошманды позицияларын ташлап сигенергә мәжбүр итә.
Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яугир Жуков һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнә.
Фото: "Башкирский батальон" телеграм-каналы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!