

Бүздәк районы үҙәгендәге 2-се урта мәктәп уҡыусылары МХО яугире, атай, “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусы Рәмил Мостафин менән осрашты.
Ул мәктәптә инглиз теле һәм математика дәрестәренде булды, балалар менән Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе. Уҡыусылар, хәҙерге Рәсәйҙәге тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы менән туранан-тура әңгәмә мөмкинлегенән файҙаланып, уға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Рәмил Вадим улы тарихи даталарҙың әһәмиәте һәм беҙҙең халыҡтың, тышҡы һәм эске тетрәнеүҙәргә ҡарамай, үҙен ойоштороуға һәм дәүләтселеген һаҡлауға һәләте көслө булыуы тураһында һөйләне.
Рәмил Мостафин “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ла ҡатнаша, осрашыуҙа ул ошо проекттың ҡыҙыҡлы мәлдәрен, Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында стажировка үтеүен иҫкә алды. Класс етәксеһе Р.Х.Юнысова ҡунаҡҡа ошондай йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт белдерҙе, был проектты тормошҡа ашырыуҙа һәм яңы башланғыстарҙа уңыштар теләне.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ