Геройҙар дәүере
24 Ғинуар , 08:15

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын хәстәрләй

Беренсе тапҡыр контракт буйынса хеҙмәткә юлланғанда, ул Өфө ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың батальоны Камчатканан алып Краснодарға тиклем үҙ теләге менән яуға барырға әҙерләнгән ир-егеттәрҙән генә тора. “Арабыҙҙа тракторсы, ташсы, программист, парикмахер һөнәрлеләр ҙә булды. 2014 йылдан тыныс халыҡты утҡа тотҡан нацистарҙың аҙымы сығырҙан сығарғайны. Беҙҙең батальон тураһында "Раша тудей" компанияһы “Братья” исемле документаль фильм төшөрҙө. Төп геройҙарҙың береһе итеп мине һайланылар”, - ти Рөстәм Рәмил улы.

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын  хәстәрләй“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын  хәстәрләй
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын хәстәрләй

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын хәстәрләй

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы төрлө яҡлап хәстәрләй. “Мәләүез ҡалаһында йәшәгән ветерандар Петр Добров һәм Рөстәм Күсәрбаевҡа һәм тағы бер нисә кешегә тағы велотренажер ҙа килтерәсәктәр”, – ти  “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы филиалы социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова менән Ләйсән Мәхмүтова.

Махсус хәрби операцияның башланғанына февраль айында дүрт йыл була. Ошо осорҙа башта унда киткән яугирҙәр, гуманитар йөк туплаусы яҡташтар, яраланып ҡайтҡан ҡаһармандар, уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырып торабыҙ.

Ошо көндәрҙә “Агроном” ҡушаматлы ветеран менән әңгәмәләшеп, егерме йылдан ашыу Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалығында үҫемлекселек өлкәһендә эшләгән Рөстәм Рәмил улының ни сәбәпле үҙ теләге менән яуға барырға ҡарар итеүе сәбәбен асыҡларға тырыштым.

“Миңә әрме хеҙмәте үтергә яҙманы. Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгәндә өйләндем, гөрләтеп туй үткәрҙек, унан улыбыҙ тыуҙы. Әммә ил һағында үҙемдең хәрби бурысымды үтәү хыялы тынғылыҡ бирмәй торғайны. Бөйөк Ватан һуғышында Сталинградтан Берлинғаса барып еткән олатайым Барыев Ғәйфулла Төхвәт улының батырлығы ла миҫал булып торҙо”, – ти ул.

Беренсе тапҡыр контракт буйынса хеҙмәткә юлланғанда, ул Өфө ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың батальоны Камчатканан алып Краснодарға тиклем үҙ теләге менән яуға барырға әҙерләнгән ир-егеттәрҙән генә тора. “Арабыҙҙа тракторсы, ташсы, программист, парикмахер һөнәрлеләр ҙә булды. 2014 йылдан тыныс халыҡты утҡа тотҡан нацистарҙың аҙымы сығырҙан сығарғайны. Беҙҙең батальон тураһында "Раша тудей" компанияһы “Братья” исемле документаль фильм төшөрҙө. Төп геройҙарҙың береһе итеп мине һайланылар”, - ти Рөстәм Рәмил улы.

 “Контракт бөтөп, тыуған яҡҡа ҡайтып бер аҙ йөрөнөм, тик нимәлер эшләнеп бөтмәгән кеүек һәм 2024 йылда ҡабаттан сығып киттем. Унда инде ике тапҡыр Рәсәй Геройы, батальон командиры позывнойы менән йөрөтөлгән “Сармат” штурмлаусылар батальонына эләктем”, – ти ветеран.

Яуҙың үҙ ҡанундары. Утты-һыуҙы үткән яугир улар тураһында һөйләргә тырышмай. 2024 йылдың сентябрендә Новогродовка исемле пунктҡа Селидово яғынан ингән яҡта сираттағы заданиеға ебәрәләр, маҡсатҡа барып етмәҫ борон ул күктә дрон тауышын ишетә. Бинаға йүгереп барып етергә йыраҡ, ни булһа ла булыр тип, ситкә ырғып яҡыныраҡ торған ағасты ҡосаҡлай. Дрон ташлаған мина тәнен, һул аяғын ҡаты яралай. Тәүге ярҙам күрһәткәс, төркөм алға ынтыла, яралы һалдат артҡа, эвакуация батальоны яғына шыуыша. “Мин еңел ҡотолдом, ә бына взвод командиры һәләк булды”, - ти ул. Оҙаҡ ваҡыт төрлө госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, яугир тыуған яҡтарына ҡайта. Мәләүез ҡалаһында фатир һатып алып, бөгөн унда үҙенә уңайлы итеп ремонт яһай. Эш һөйгән ветеран швед стенкаһын үҙе йыйырға теләк белдергән.

 Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын  хәстәрләй
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарын хәстәрләй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас