Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
25 Ғинуар , 11:30

Уның тормошо – ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ билдәһе

Заһир Таһир улы – өс бала атаһы. Ҡатыны Наталья ла – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

Уның тормошо – ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ  һәм  бурысҡа тоғролоҡ билдәһе
Уның тормошо – ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ билдәһе

Былтыр йыл аҙағында Учалынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Заһир Вәлиев Бөтә Рәсәй “Геройҙар тауышы” халыҡ премияһының “Еңеп сығыу геройы” номинацияһында еңеүсе булғайны. “Был номинацияға ирекмәндәр тәҡдим иткәйне һәм улар миңә ҡатнашыуға һылтанманы ебәргәйне. Был хәлде саҡырыу кеүек ҡабул иттем һәм барлыҡ көсөмдө ошо маҡсатҡа өлгәшеүгә йүнәлттем”, - тип белдергән ул “Республика Башкортостан” гәзитенә әңгәмәһендә. Бөтә Рәсәй “Геройҙар тауышы” халыҡ премияһы “Ҡаһарманлыҡтар” медиа проекты тарафынан Мәҙәниәт башланғыстары президент фонды булышлығында барлыҡҡа килгән. Былтыр был премия дүртенсе тапҡыр тапшырылды. Уның маҡсаты – батырлыҡ ҡылған һәм үҙ төбәктәрендә тормошто яҡтыртҡан кешеләргә булышлыҡ итеү.

Заһир Вәлиев – махсус хәрби операция ветераны, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнашыусы. Майорҙың тормош тарихы – ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, рух көсө һәм  бурысҡа тоғролоҡ билдәһе. Ул йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем ҡатнаша.

Заһир Вәлиев 9-сы класҡа тиклем – Учалы урта мәктәбендә, артабан Башҡорт гимназияһында белем ала. Хәрби хеҙмәткә барыу теләге уны Мәскәүгә, РФ Оборона министрлығының хәрби университетына алып килә. Уны тамамалағас, Буденновск ҡалаһында хеҙмәт итә башлай, аҙағыраҡ Абхазияға йүнәлтелә. Заһир Вәлиев – Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, артабан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бахмут тарафындағы алыштарҙа Заһир Таһир улы ауыр яралана. Оҙайлы дауаланыу үтеп, һаулығын бер аҙ нығытҡас, майор “Башҡортостан геройҙары”нда көсөн һынап ҡарарға хәл итә.

Заһир Таһир улы – өс бала атаһы. Ҡатыны Наталья ла – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

Фото: vk.com/geroi_bashkortostana

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас