Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Ғинуар , 15:30

МХО-ла ҡатнашыусылар ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә

Был эшкә күп хеҙмәттәр йәлеп ителә. 

МХО-ла ҡатнашыусылар ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә
МХО-ла ҡатнашыусылар ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәрби батырлыҡтары иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк. Был турала йөкләмәне бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.

– Махсус хәрби операция инде дүрт йыл дауам итә һәм унда ҡатнашҡан беҙҙең яугирҙәр ысын хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын күрһәтә.Әгәрбыл хаҡта мәғлүмәтһаҡланмаһа, теркәлмәһә,күп нәмә онотолорға мөмкин, — тине Радий Хәбиров.

Ошоға бәйле Башҡортостан Башлығыүҙенең хакимиәтенә махсус хәрби операция йылдарында республика халҡының ҡаһарман хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса саралар планын уйларға ҡушты.Йөкләмәнетормошҡа ашырыу менән махсус комиссия шөғөлләнәсәк, уға киң мәғлүмәт саралары, Махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы, республика архивы вәкилдәре инәсәк.

Геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса эш системалы алып барылырға тейеш, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Комиссия даими рәүештә ултырыштар үткәрергә, тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш.

Фото: скриншот. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас